Бикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы

Бикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы, Шәриф Бикҡол (28 май 1924 йыл — 3 сентябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Шәриф Сәғҙәтулла улы Бикҡолов 1924 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Ҡарлыман ауылында тыуған.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1940 йылда тамамлай. Артабан уҡытыусы, совхозда партия ойошмаһы секретары булып эшләй.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

Бикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.



Inkwell icon - Noun Project 2512.svg Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар