Ҡужанаҡ
Ҡужанаҡ (рус. Кужанак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советы биләмәһенә ҡарай. Почта индексы — 453386, ОКАТО коды — 80226843004.
Географик урыны
Тарихы
Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарына төйәкләнгән[4].
Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә төҙөгән ауыл. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙ һалынған. Тәүге нигеҙ ҡороусы Ҡужанаҡ Йомаҡ(н)аев булған. 1795 йылда беренсе тапҡыр рәсми исемлектәрҙә теркәлгән. Күҙәнәк, Айыуҡаҙыр атамалары менән дә теркәлгән.
1795 йылда 9 йортта 71 кеше йәшәгән, 1866 йылда 81 йортта — 331 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән[3].
1930 йылдарҙан Башҡорт Ҡужанағы исеме менән теркәлгән. 1970 йылдарҙа Урыҫ Ҡужанағы, Яңы Асҡар ауылдары менән берләштерелгән. Шул ваҡыттан бирле Ҡужанаҡ исемендә[5].
Әлеге ваҡытта Ҡужанаҡ ауылында урта мәктәп, балалар баҡсһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Халыҡ һаны
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (78 %)[12].
Урамдары
Тирә-яҡ мөхит
Һылтанмалар
- Ҡужанаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 1 2 3 Ҡужанаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ейәнсура-Үҫәргәндәр ере
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 1.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 2.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан