Ибрай (Ейәнсура районы)
Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Байдәүләт ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807003.
Тарихы
Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Урмансы исеме менән нигеҙ һала, 1765 йылдан алып билдәле. Шулай уҡ Үткәнсе, Алабайтал булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 23 йортта 293 кеше йәшәгән, 1866 йылда 95 йортта 545 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, арба‑сана яһау, күмер яндырыу, киндер эшкәртеү, септә һуғыу менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 быуаттың 20‑се йылдарынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[2].
Хәҙерге торошо
Малсылыҡ, ҡырсылыҡ, ҡортсолоҡ — төп шөғөлө. Төп урта мәктәбе, «Ынйыҡай» балалар баҡсаһы, башҡорт милли ризығы етештереүсе «Шифа» ООО-һы, «Зенит» малсылыҡ хужалығы уңышылы эшләй. «Рәйсә» мәсете, мәҙәниәт йорто, халыҡ фольклор ансамбле «Һүрәм» бар.
Урамдары
Халыҡ һаны
1900 йылда — 772 кеше, 1920 йылда — 647, 2002 йылда — 524 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 130 кеше генә теркәлгән[4].
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһаһы буйынса, 2022 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Ибрай ауылында халыҡ һаны 245 кеше(дөрөҫ булмаған мәғлүмәт!) тәшкил итә. 2022 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Ибрай ауылында 109 ир-егет (44.66%) һәм 136 ҡатын-ҡыҙ (55.34%)[11].
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[12].
Географик урыны
Билдәле шәхестәре
- Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.03.1943) — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013)
- Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы (8.12.1951) — гистолог. Медицина фәндәре докторы (2002).
- Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы (25.11.1931—24.06.1997) — драматург. Журналистар союзы (1972), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы[14].
- Иҫәнсурин Заһир Билал улы (9.06.1987) — йырсы, эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. «Гәлсәр һандуғас - 2008» телевизион фестивале лауреаты.
Ер-һыу атамалары
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
- Өй һылағанда әйтелгән таҡмаҡтар (Юлдашбаева Мәрфуға Баймырҙа ҡыҙынан яҙып алынған, 1942 йылғы)[17]
- Көпәш. 1963 йылда Башҡортостандың Ейәнсура районы Ибрай ауылы Баймырҙа Ҡыҙрасовтан (1888 йылғы) И. Абизов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады — БЛ, № 38; БХИ, РЛ, № 202; БПЛ, № 148; БИТ, ПЛ, № 221; Вар.: Б Л, 170-се б[18].
Ауыл лаҡаптары
- «Шпион тотоп ҡына аҡса эшләп булмай ул»[19]
- «Эстән гимнастерка, тыштан аҡ күлдәк, уф тирләтә»[19]
- «Эшең күп булһа, мандолина уйна ла бейе»[19]
- «Һүҙеңде һүҙ иткең килһә, ат булып кешнә»[19] — Һуғыш йылында тыуған лаҡап. Иҫәнғолға сәсеү орлоғо алырға барған ас ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын райкомға индермәгәс, урамда теҙелешеп тороп ат булып кешнәгәндәр һәм һүҙҙәрен һүҙ итеп ҡайтҡандар.
Ревизия материалдарында
1816 йылда[20] Ибрай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Һылтанмалар
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап 2002. — 256 с .ISBN 5-295-03192-б Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
- ревизия материалдары(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Ибрай, Ейәнсура районындағы ауыл
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 1.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 2.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ ИБРАЕВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ибрай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Современное состояние фольклора в Зианчуринском районе Республики Башкортостан
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
- ↑ 1 2 3 4 Мәрйәм Бураҡаева. Арғымаҡ.
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)