Яңы Себенле
Яңы Себенле (рус. Новые Чебенки) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226828007.
Тарихы
Ауыл Түбәнге Себенле, Яманболаҡ булараҡ та билдәле булған. Ауылға 1840 йылда башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ΧΥΙΙΙ быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Бөрйән‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түбәнге Себенле ауылдары (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районы) кешеләре керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1866 йылда 50 йортта 474 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, шулай уҡ улус идараһы урынлашҡан. 1900 йылда татар мәктәбе теркәлгән[2].
Хәҙерге осор
Яңы Себенле ауылы — административ үҙәк. Ауылда башланғыс мәктәп (Ишемғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[2].
Халыҡ һаны
Халҡы: 1900 йылда — 793 кеше, 1920 йылда 1360 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 125 кеше теркәлгән[3]. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[2]. 2009 йылда 666 кеше тәшкил иткән[4].
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (66 %) башҡорттар (33 %)[11].
Ревизия материалдарында
Географик урыны
Билдәле шәхестәр
- Сафин Вадим Фәтхи улы (11.04.1933) — ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)[14].
- Булат Ишемғол (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов; (16.02.1900—10.07.1938) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
Урамдары
Тирә-яҡ мөхит
Йөрәктау тауы
Видеояҙмаларҙа
Һылтанмалар
- ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Яңы Себенле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 3 4 Яңы Себенле
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 1.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 2.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ материалдарында(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Вадим Фәтхи улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2018)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан