Түбәнге Муйнаҡ

Түбәнге Муйнаҡ (рус. Нижний Муйнак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822004.

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

1761 йылдан алып (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1707 йылдан алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Муйнаҡ Сөләймәнов исеме менән аталған. ΧVΙΙΙ быуаттың 2‑се яртыһында Түбәнге, Урта, Кесе Муйнаҡ ауылдары барлыҡҡа килә.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 155 [3]
1959 йылдың 116 [4]
1970 йылдың 113 [4]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 81 [5]
1989 йылдың 39 [5]
2002 йылдың 61 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 88 [7]
2010 йылдың 73 [6]
2020 йылдың 56 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (100 %)[9].

Географик урыны

Урамдары

Юнай урамы (рус. улица Юнай)[10]

Ваҡытлы матбуғатта

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  4. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  7. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  8. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә