Бикбау (Ейәнсура районы)

Бикбау, Аҡҡужа (рус. Бикбау) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453384, ОКАТО коды — 80226810006.

Географик урыны

Бикбау ауылы Кесе Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 йылдан алып билдәле. Марат Түләбаевтың «Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура» китабында былай тип яҙылған: "Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһендә) ауылдарына нигеҙ һала[3].

Үҫәргән ырыуы башҡорттарының Гөбөрлө йылғаһы буйында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы) Бикбау (Аҡҡужа) исемле ауылдары булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында ауыл каратель отрядтары тарафынан юҡ ителгән. Ә уның халҡының бер өлөшө Кесе Һүрәм буйына (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Бикбау ауылына, икенсе өлөшө — Һаҡмар буйында (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Бикбау ауылына нигеҙ һала[4].

Улус старшинаһы Бикбау Исхаҡов (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Бикбау бей) исеме менән аталған. Икенсе исеме йорт старшинаһы ярҙамсыһы Аҡҡужа Хоҙайғолов менән бәйле. 1795 йылда 19 йортта 120 кеше йәшәгән, 1866 йылда 40 йортта — 199 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет теркәлгән[5].

Хәҙерге осор

«Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролоштарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з Законы ҡарар итә:

10. Түбәндәге ауыл советтарының административ үҙәктәрен күсерергә: 5) Ейәнсура районының Бикбау ауыл советын Бикбау ауылынан Трушино ауылына;

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 237 кеше; 1920 йылда — 363 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 70 кеше генә теркәлгән[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 284 [7]
1959 йылдың 462 [8]
1970 йылдың 392 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 263 [9]
1989 йылдың 210 [9]
2002 йылдың 256 [10]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 248 [11]
2010 йылдың 199 [10]
2021 йылдың 770 [12]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Бикбауҙа башҡорттар йәшәй (100 %)[13].

Урамдары

  • Болон урамы (рус. улица Луговая)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[14]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тау-таштар

  • Ҙур урман тауы
  • Имсәктау
  • Мәктәп тауы
  • Сусаҡ тау
  • Ҡартбаш тауы
  • Киленсәкташ
  • Ҡыҙылташ тауы

Урмандар исеме

  • Аҙаҡҡол урманы
  • Дөрөс ҡайындары

Башҡа урындар

  • Зөһрә ятыуы
  • Сыған буйы
  • Өкө ҡабығы аҫты
  • Мәҫкәү буйы
  • Ҡарағашморон
  • Мәҫкәү быуаһы

Йылғалар

  • Кесе Һүрәм йылғаһы
  • Әсташ йылғаһы
  • Биртабан йылғаһы
  • Ҡушат йылғаһы[15]

Видеояҙмаларҙа

Ревизия материалдарында

1816[16], 1850[17] һәм 1859 йылдарҙа[18] Бикбау ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 1 2 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  4. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  5. Бикбау (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. В Башкирии безвременно скончался актер Сибайского театра Марс Итбаев. ИА «Башинформ», 21 сентября 2020 года (рус.)
  7. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  8. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  9. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  10. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  11. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  12. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  13. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  14. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  15. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  16. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  17. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  18. ревизия материалдары(недоступная ссылка)

Тема буйынса өҫтәмә