Итбаев Валерий Ҡәйүм улы
Биографияһы
Валерий Ҡәйүм улы Итбаев 1947 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуа[2]. 1970 йылда Өфө авиация институтын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай. Авиация двигателдәренең динамикаһы һәм ныҡлығы өлкәһендәге белгес.
Өфө дәүләт авиация техник университетында 1970 йылдан эшләй: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусы, доцент, 1986 йылдан алып ғилми лаборатория етәксеһе, авиация двигателдәре кафедраһы профессоры, бер үк ваҡытта 2001-2015 йылдарҙа механизм һәм машиналар ҡороуҙың нигеҙҙәре кафедраһы мөдире була[3]. «Сборка в машиностроении и приборостроии» журналының редколлегия ағзаһы.
Фәнни эшмәкәрлеге
Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары үткәргес торба системаларының, осоу аппараттары двигателдәре элементтарының һығылмалылығы, машиналарҙың динамикаһы һәм ныҡлығы өлкәһенә арналған. Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында предприятиелар менән хужалыҡ килешеүҙәре буйынса 40-тан ашыу эш башҡарылған: һығылмалы металл үткәргес торбаларҙы проектлау буйынса универсаль программа-методик комплекс, терминдар һәм һығылмалы металл үткәргес торбаларҙы шартлы билдәләү буйынса тармаҡ стандарты әҙерләнгән, «Буран» орбиталь самолеты өсөн һығылмалы металл үткәргес торбалар иҫәпләп сығарылған һәм һынауҙар үткәрелгән, «КамАЗ», «ВАЗ» автомобилдәренең газ сығарыу системалары өсөн һығылмалы металл үткәргес торбалар эшләнгән[3]. Итбаев Валерий Ҡәйүм улы ҡатнашлығында һығылмалы металл торба һәм сильфон компенсаторҙар, уларҙың вибрацияға тотороҡлолоғон һәм ныҡлығын билдәләү ысулдары эшләнгән. Асыштары Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең, БДБ илдәренең сәнәғәт предприятиеларында индерелгән. 150‐нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы. Ул 1998 йылда РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты була[2]. Итбаев етәкселегендә 2 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының Ю.А. Гагарин исемендәге Космонавтика федерацияһы (1991), академик В.М.Челомей исемендәге (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән.
- РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премия лауреаты (1998).
- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Итбаев Валерий Каюмович 2019 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Итбаев Валерий Ҡәйүм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Итбаев В.К. 2022 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Должность: зав кафедрой. Итбаев В.К. 2017 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Итбаев Валерий Ҡәйүм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.