Билдәле йөрөтөүселәре
- Итбаев Валерий Ҡәйүм улы, (1947 йылда тыуған), инженер-механик-ғалим. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1997)
- Итбаев Марс Салауат улы (1970—2020), театр артисы. 1991 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005), «Театр яҙы» республика конкурсының «Өмөт» номинацияһы лауреаты (1995).
- Итбаев Салауат Мостафа улы (1945—2020), эстрада режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).