Итбаев Салауат Мостафа улы

Итбаев Салауат Мостафа улы (рус. Итбаев Салават Мустафович; 1945 йылдың 18 июле, Бикбау, Башҡорт АССР-ы2020 йылдың 11 декабре, Өфө) — сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, эстрада режиссёры, сценарийҙар, йыр текстары, көләмәстәр һәм ҡыҫҡа мәҙәк хикәйәләр авторы. 1977—1992 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы, конферансьеһы, 1999 йылдан — эстраданың художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).

Биографияһы

1945 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған[2].

Хеҙмәт юлын ауыл мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай[3].

1973 йылда хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын Ғабдулла Ғиләжев курсы (рус.)баш. буйынса тамамлай[2].

Шул уҡ йылдан — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында «Башнефтезаводстрой» төҙөлөш тресы етәкселеге башланғысы менән төҙөлгән ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто эшсе йәштәр театрының художество етәксеһе[4].

1977 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада (рус.)баш. артисы, конферансьеһы[3].

1989 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[2].

1992 йылдан — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы режиссёры[5].

Ошо уҡ йылда Мәскәү ҡалаһындағы Эстрада тамашалары режиссёрҙарының (рус.)баш. квалификацияһын күтәреү институты ҡарамағындағы Юғары режиссёрлыҡ оҫтаханаһын тамамлай[4].

1999 йылдан — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе[3].

2014 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исеме бирелә[6].

300-ҙән ашыу театрлаштырылған, концерт (рус.)баш. юбилей программаларының, байрам сараларының, хөкүмәт концерттарының, шулай уҡ Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә үткән фестивалдәр постановкаларының сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһындағы видеофильмдар, «Шәжәрә» тарихи телеочерктар циклы, «Ултырайыҡ әле бөгөн кис» телешоуы һәм башҡа телетапшырыуҙар режиссёры[3][4].

2020 йылдың 11 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була[7][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 Г. Ә. Ишкинина. Итбаев Салауат Мостафа улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  3. 1 2 3 4 Салавату Итбаеву — 75! Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Официальный сайт (17 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  4. 1 2 3 Салават Итбаев. Сайт kino-teatr.ru (9 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2025.
  5. 1 2 Лейла Аралбаева. Ушел из жизни ветеран Башкирской филармонии и телевидения Салават Итбаев. ИА «Башинформ» (11 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  6. Указ Президента Республики Башкортостан от 29.05.2014 № УП-149 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан». Сайт Сейчас.ру (29 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2025.
  7. Ушёл из жизни ветеран Башгосфилармонии и телевидения Салават Итбаев. Официальный портал Республики Башкортостан (11 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  8. В Башкирии безвременно скончался актер Сибайского театра Марс Итбаев. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.

Һылтанмалар