Баян

Викидата элементы юҡ

Баян — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Этимология

Баян исеме башҡорт телендә  бай; монгол телендә аҡыллы һунарсы; ғәрәп телендә асыҡ, аныҡ; аңлатыу, әйтеү, белдереү (баян әйтеү) мәғәнәһен аңлата[1]

Билдәле кешеләр

Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 8 декабрь 1927 йыл — 7 май 2013 йыл) — журналист, шағир, прозаик һәм драматург. Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977).

Ситдиҡов Баян Ғариф улы (рус. Ситдиков Баян Гарифович; 14 ғинуар (27 ғинуар) 1916 йыл) — 11 сентябрь 1979 йыл) — ғалим-фармаколог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2], медицина хеҙмәте полковнигы. 1946 йылдан Силәбе дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1973 — 1979 йылдарҙа фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Фамилияла

Баянов Илмир Мәсүил улы (1966) — ғалим-физик. 1992 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, 1996 йылдан дөйөм физика кафедраһы мөдире; 2009 йылдың ноябренән — Германияның Вольфсбург ҡалаһының Ғәмәли фәндәр университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2008).

Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (14 декабрь) 1929 йыл) — ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985 — 2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Баянов Рим Ғәли улы (15 ғинуар) 1930 йыл — 10 февраль 1996 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Баянов Баязит Фәтхелислам улы (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24 ғинуар 1909 йыл — 10 октябрь 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы - яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).

Ауылдар

Халыҡ ижадында

Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу — XIX быуат уртаһында яҙып алынған, XIII — XIV быуаттарҙағы ҡаҙаҡ лиро-эпик поэмаһы.

Топонимикала

Баян-Чаган — Рәсәйҙәге йылға. Алтай Республикаһы, Алтай крайы биләмәләрендә аға.

Баян ҡош, сыбар һайыҫҡан, шыршы һыйыҫҡаны (рус. Кедровка, лат. Nucifraga caryocatactes) — турғайҙар төркөмөнә ҡараған ҡош. Рәсәйҙең ылыҫлы урмандарында йәшәй.

Баяновка — Рәсәй йылғаһы. Свердловск өлкәһе биләмәләрендә аға.

Маян — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ