14 декабрь
14 декабрь (рус. 14 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 348-се көнө (кәбисә йылында 349-сы). Йыл тамамланыуға 17 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Йомадиәл ахыр айының 26-сы көнө.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Маймылдар көнө.
АҠШ: Ҡыҙҙырылған каштан көнө.
Һиндостан: Энергияны һаҡсыл тотоноу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Бәйләү көнө.
Украина: Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләү көнө.
Төбәк байрамдары
Төркмәнстан: Нефть-газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм геология көнө.
- 1911 йыл: Руаль Амундсен экспедицияһы Көньяҡ полюсҡа барып етә.
- 1938 йыл: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыла.
тулы исемлек
- 1943 йыл: Советтар Союзы гимны раҫлана.
- 2004 йыл: Көньяҡ Францияла «Виадук Мийо» исемле иң бейек транспорт күпере сафҡа инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ларионов Григорий Васильевич (1905—23.11.1995), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. 1946 йылдан Белорет ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа Белорет физкультура диспансеры табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Красильникова Маргарита Николаевна (1930), психиатр-ғалим, йәмәғәтсе. 1955—1975 һәм 2002—2009 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһы табибы; 1975—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1995 йылдарҙа табип һәм провизорҙарҙың белемен камиллаштырыу факультеты менән психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 2009—2011 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1980—1995 йылдарҙа Невропотолог һәм психиатрҙарҙың Башҡортостан ойошмаһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Сөнгәләй районы Русская Бектяшка ауылынан.
тулы исемлек
- Әмирханова Наилә Әнүәр ҡыҙы (1940), электрохимик-ғалим. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан дөйөм химия кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982). Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Мартынов Виталий Васильевич (1950), хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, полиция генерал-майоры. 1973—2003 йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының яуаплы хеҙмәткәре, 2003—2011 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Батырлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Неволина Руфина Львовна (1960), педагог, Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре.
- Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы (1980—9.09.1999), Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡмулла (төп исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 1831—8.10.1895), башҡорт мәғрифәтсе-шағиры.
- Әминев Зариф Хурамша улы (1916—1.09.1974), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Косенко Владимир Порфирьевич (1936—1998), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1961 йылдан Ейәнсура районында һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында партия эшендә; 1975 йылдан Ауырғазы район советы башҡарма комитеты рәйесе; 1989—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиисияһы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
- Мәүлитов Альфред Хәмиҙулла улы (1946), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Кушнаренко районы Ильич исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981). Сығышы менән ошо райондан.
- Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (1951), именлек һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, генерал—майор. 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе; 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007).
- Ғәлиуллина Тәнзилә Риф ҡыҙы (1986), спортсы. 2005—2007 йылдарҙа полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Салауат ҡалаһының махсуслашҡан «Снайпер» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең спорт мастеры (2005). Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ферин Михаил Алексеевич (1907—29.07.1979), инженер-технолог-ғалим, сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1947—1977 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының генераль директоры. СССР-ҙың өсөнсө—туғыҙынсы (1950—1984), РСФСР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXI—XXV съездары делегаты. Техник фәндәр кандидаты (1947). РСФСР-ҙың (1968) һәм Башҡорт АССР-ының (1958) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Ике тапҡыр СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1946, 1974). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Торжок ҡалаһынан.
- Горбова Валентина Яковлевна (1952), малсы. Көйөргәҙе районы Калинин исемендәге колхозының элекке мал ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бахмут ауыл советының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Андрианова-Книга Кристина Владимировна (1987), филолог-ғалим, журналист, шағир һәм тәржемәсе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар (2008) союздары ағзаһы. Бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстары, «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғри фестиваленең ике тапҡыр лауреаты. Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бессонов Александр Григорьевич (1848—1917), тел белгесе, этнограф һәм фольклорсы. Башҡорт телен тәүге тикшереүсе, «Башҡорттар өсөн әлифба» китабы авторы, башҡорт халыҡ әкиәттәрен йыйыусы. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1909). Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Киров ҡалаһынан.
- Бүкәнбаев Морат Ильяс улы (1938), механизатор. 1960 йылдан Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы, 1987—1997 йылдарҙа — слесары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Үрге Таулыҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Новиков Николай Николаевич (1938), нефтсе. 1965 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән механигы, өлкән инженеры һәм цех начальнигы, 1976 йылдан «Башнефть» берекмәһенең әйҙәүсе инженеры, бүлек начальнигы урынбаҫары, нефть сығарыу департаментының әйҙәүсе инженеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Кочкарлей ауылынан.
- Ильин Александр Алексеевич (1948— 22.10.1997), радиоинженер. 1974—1994 йылдарҙа Өфөләге «Прогресс» һәм «Магнетрон» заводтары инженеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Нижегородка ауылынан.
- Исаева Юлия Георгиевна (1948), педагог, музыкант. 1986 йылдан Октябрьский ҡалаһы музыка колледжының академия хоры етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Октябрьскийҙың почётлы гражданы (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Зарипов Шамил Марс улы (1958), инженер, энергетика тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Ҡыйғы «Агропромэнерго» предприятиеһы инженеры, 1986 йылдан — директоры; 1995 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Үрге Ҡыйғы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1909—15.02.1994), театр актёры, режиссёр, драматург һәм педагог. 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, шул иҫәптән 1942—1948 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе, 1956 йылдан — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1940—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (1914—24.02.2003), йырсы, педагог. 1938—1966 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, 1938—1966 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Башҡорт АССР-ының икенсе—дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1947) халыҡ артисы.
тулы исемлек
- Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (1914—1973), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1942—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының комсомол йәштәр ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (1929—20.12.2019), зоолог-ғалим. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (1929—10.07.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Волик Мария Владимировна (1944), малсы. Ауырғазы районы «Рассвет» хужалығының элекке һауынсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән ошо райондан.
- Родионов Геннадий Степанович (1949), опера йырсыһы (бас). 1976—1992 йылдарҙа һәм 2003 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 1992—2003 йылдарҙа Германияның Майнинген ҡалаһы опера театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1984) һәм төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1503 йыл: Нострадамус, Франция астрологы.
- 1546 йыл: Тихо Браге, Дания астрономы, астролог һәм алхимик.
тулы исемлек
- 1915 йыл: Рәшит Бәйбүтов, Әзербайжан эстрада һәм опера йырсыһы, актёр.
- 1924 йыл: Радж Капур, Һиндостан режиссёры, продюсер, театр һәм кино актёры.
- 1947 йыл: Дилма Русеф, Бразилияның 36-сы президенты.
- 1799 йыл: Джордж Вашингтон, АҠШ-тың тәүге президенты (1789—1797).
- 1989 йыл: Андрей Сахаров, СССР физигы, Нобель премияһы лауреаты (1975).
тулы исемлек
- 2013 йыл: Питер О’Тул, Бөйөк Британия актёры.