Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы
Вәғиз Нурулла улы Хәруллин (рус. Хайруллин Вагиз Нуруллинович; 1929 йылдың 14 декабре, Һикәлекүл, Исмаил ауыл Советы (Дүртөйлө районы) — 1999 йылдың 10 июле, Шишмә, Башҡортостан Республикаhы) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Вәғиз Нурулла улы Хәйруллин 1929 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[2] Һикәлекүл ауылында тыуған[3].
1945 йылдан Дүртөйлө районындағы «Трактор» колхозында эшләй[4].
1950—1953 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була[4].
1953 йылдан Дүртөйлө районының «Шишмә» колхозында төрлө эштәрҙә була[4], 1956 йылдан бригадир. 1959—1990 йылдарҙа «Шишмә» колхозы рәйесе.
Хеҙмәт ветераны 1999 йылдың 10 июлендә Дүртөйлө районының Шишмә ауылында вафат була, тыуған яғында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981)[3];
- Ленин ордены (1986)[3];
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)[3];
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)[3];
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)[3];
- «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)[4];
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[4];
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1989)[4];
- СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике алтын һәм бронза миҙалы[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Дюртюлинская энциклопедия. Хайруллин Вагиз Нуруллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ХәйруллинН Вәғиз Нурулла улы • Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа : Башк. энцикл., 2020. — 572 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.)