Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы

Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (рус. Кагарманова Фаузия Кагармановна; 14 декабрь 1914 йыл — 1973 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1942—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының комсомол йәштәр ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ында «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ[1].

Биографияһы

Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы Ҡаһарманова 1914 йылдың 14 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылында тыуған[2].

1934 йылда Дүртөйлө МТС-ы ҡарамағындағы тракторсылар курсын, 1940 йылда Өфө ауыл хужалығы техникумын тамамлай[2].

1930—1933 йылдарҙа Мәскәү ауылындағы дауаханала санитарка булып эшләй[2].

1934 йылдан — Дүртөйлө МТС-ының тракторсы өйрәнсеге, тракторсыһы[2].

1935 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Союз производство алдынғылары кәңәшмәһендә ҡатнаша[2].

1938 йылдан — Өфө ауыл хужалығы техникумы уҡыусыһы[2].

1940 йылдан — Дүртөйлө МТС-ы агрономы[2].

1942—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының комсомол йәштәр ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе[1][2].

1942 йылда Фәүзиә Ҡаһарманова бригадаһы артабан районда һәм республикала киң танылыу алған һәм таралған «Фронт гектарҙары» хәрәкәтенең инициаторы була: яғыулыҡты, запас частарҙы һәм натураль түләүҙе экономиялау иҫәбенә бригада 27 гектар ҡалдау ерҙе һөрөп-сәсә, унда башлыса ҡул менән агротехник эштәрҙең бөтә комплексын үткәреп, үҙаллы тары үҫтерә һәм майҙандың һәр гектарынан 13 центнер юғары сифатлы уңыш йыйып ала, дәүләткә 300 центнерға яҡын ашлыҡ тапшыра[1][2].

undefined

ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты ойошторған социалистик ярыш һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың комсомол йәштәр бригадаһы республикала еңеүсе була, СССР буйынса 2-се урынды ала. Фәүзиә Ҡаһарманова Ленин орденына лайыҡ була, бригадаға ВЛКСМ Үҙәк Комитеты һәм СССР Игенселек халыҡ комиссариатының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ленин ордены (1942) [1]
• «Почёт Билдәһе» ордены (1935)[1]
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы [2]

Хәтер

• Дүртөйлө ҡалаһы урамына Фәүзиә Ҡаһарманова исеме бирелгән[3][2].

Һылтанмалар

• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энциклопедия. Кагарманова Фаузия Кагармановна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2025)
• Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2025)
• Администрация Дюртюлинского района. Страница в ВК. Кашапов Мирзахан и Фавзия Кагарманова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2025)