Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы
Артур Ришат улы Ҡорбанғәлиев (рус. Курбангалеев Артур Ришатович; 1980 йылдың 14 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 1999 йылдың 9 сентябре, Дағстан) — Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Артур Ришат улы Ҡорбанғәлиев 1980 йылдың 14 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1984 йылда ата-әсәһе менән Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһына күсенә. Шунда уның бала сағы һәм үҫмер йылдары үтә, 1998 йылда 7-се урта мәктәпте тамамлай[2].
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә 1998 йылдың декабрендә Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[3]..
Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1999 йылдың август башында Дағстан һәм Чечен Республикалары биләмәләрендә терроризмға ҡаршы операция (Икенсе Чечен һуғышы) башланғас, парашют-десант взводы командиры урынбаҫары (119-сы гвардия парашют-десант полкы, 3-сө парашют-десант ротаһы) гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев үҙ подразделениеһы составында хәрби хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша.
Чечен террорсылары һәм уларҙы сит ил булышсыларына ҡаршы һуғыштарҙың береһе барышында, 1999 йылдың 9 сентябрендә Дағстандың Новолакский районында, ҡыйыу яугир-десантсы снайпер пуляһынан һәләк була[2].
Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында хәрби хөрмәт менән ерләнә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 1999 йылдың 30 декабрендә, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, гвардия сержанты Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улына үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.
Хәтер
Артур Ҡорбанғәлиев иҫтәлегенә Өфө ҡалаһының Октябрь районында Урман үткәүелендәге 14-се йорт фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 2015 Йылда Усть-Ҡатау ҡалаһының 7-се мәктәбенә Артур Ҡорбанғәлиев исеме бирелә[4], ә Ҡаланың Еңеү паркында иҫтәлекле билдә ҡуйыла.
- Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә урам4а Герой Ҡорбанғәлиев исеме бирелгён[5].
- 2023 йылда Усть-Ҡатауҙың 7-се мәктәбендә[6] Һәм Өфөнөң 49-сы мәктәбендә[7] «Герой партаһы» ҡуйылды[7].
- Артур Ҡорбанғәлиев иҫтәлегенә спорт саралары үткәрелә: Усть-Ҡатауҙа йыл һайын хәрби-спорт күпбәйгеһе буйынса беренселек үтә[8], Ә Өфөлә — саңғы эстафетаһы[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 Курбангалеев Артур Ришатович. afgan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Курбангалеев Артур Ришатович. Герои Комитета Z. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ В Усть-Катаве прошел вечер памяти в честь Героя России Артура Курбангалеева. Боевое братство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Улица Героя Курбангалеева, Уфа. ЦИАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ В школе № 7 Усть-Катава прошло торжественное открытие «Парты Героя». Tramuk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Парта Героя. Школа № 49 Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ Многоборье памяти Артура Курбангалеева приурочили ко Дню Героев Отечества. Tramuk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
- ↑ В Уфе прошла лыжная эстафета памяти Героя России Артура Курбангалеева. Bash.News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
Әҙәбиәт
- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Һылтанмалар
- Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2020)
- Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы. «Герои страны» сайты.