Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы

Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (рус. Гирфанов Расим Масалимович; 14 декабрь 1951 йыл) — инженер, хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, генерал—майор. 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

undefined

Биографияһы

Рәсим Мәсәлим улы Ғирфанов 1951 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Урта белем алғас, Өфө авиация институтында[1] уҡый. Уның авиация двигателдәре факультетын тамамлағас, йүнәтмә буйынса Өфө моторҙар эшләү заводының «Союз» конструкторлыҡ бюроһында инженер-конструктор булып эшләй[2].

1979 йылда дәүләт именлеге органдарына хеҙмәткә алына. КГБ-ның Минск ҡалаһындағы Юғары курсын, аҙаҡтан Мәскәүҙә КГБ Юғары мәктәбен[3] тамамлай. Оператив хеҙмәткәрҙән башлап, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

2002 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә[4] һәм был вазифала 2009 йылдың 3 декабренә тиклем хеҙмәт итә[2]. Хәрби званиеһы — генерал—майор. 2007 йылда Почёт ордены менән бүләкләнә.

2010 йылдың 15 мартынан Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары[5], ошо йылдың октябренән[6] 2012 йылдың йәйенә тиклем Омск ҡалаһының вице-мэры була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Почёт ордены (2007)
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Һылтанмалар