Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы

Вәлиева Бану Нурғәле ҡыҙы (рус. Валеева Бану Нургалеевна; 1914 йылдың 14 декабре, Шәмбалыҡсы[d], Шәмбалыҡсы волосы[d], Тәтеш өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы2003 йылдың 24 феврале, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет опера йырсыһы (лирик-колоратура сопрано), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 1953 йылдан КПСС ағзаһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947), РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942). 2-4-се саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.

Биографияһы

1914 йылдың 14 декабрендә Ҡазан губернаһының Шамбалыҡсы ауылында (хәҙер Татарстандың Апас районы) тыуған.

Музыкаль ғаиләлә үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Ҡазан музыка техникумына уҡырға инә, унда композитор Солтан Ғәбәши уҡыта. Шунда ул башҡорт йырсыһы һәм композиторы Ғазиз Әлмөхәмәтов менән таныша. Уның ярҙамы һәм үҙенең бер туған ҡустыһы Фәхри Насретдиновтың (рус.)баш. кәңәше буйынса Мәскәүгә китә һәм П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Башҡорт опера студияһына уҡырға инә.

Башҡорт студияһын (1938; Е. А. Милькович класы) тамамлағандан һуң, 1966 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була. 1961 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1969—1998 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы. 1993 йылда уға профессор исеме бирелә[1].[2][3].

1947—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1953 йылдан КПСС ағзаһы[4].

Баныу Вәлиева 2003 йылдың 24 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ижады

Башҡорт опера башҡарыу сәнғәте оҫталарының береһе. Йырсылар Н. К. Дауытов, С. Я. Лемешев, П. Г. Лисициан, Ф. Х. Насретдинов менән бергә сығыш яһай.

СССР, Бирма, Һиндостан, Непалда гастролдәрҙә була.

Башҡарған ролдәре

  • Ракелина — «Матур тирмәнсе ҡыҙ» (дебют, 1938), Дж. Паизиелло;
  • Баттерфляй — «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини;
  • Виолетта — «Травиата», Дж. Верди;
  • Джульетта — «Ромео һәм Джульетта», Ш. Гуно;
  • Маргарита — «Фауст», Ш. Гуно;
  • Марфа — «Батша кәләше», Н. А. Римский-Корсаков.
Милли операларҙа
  • Әминә — «Салауат Юлаев», З. Исмәғилев;
  • Аҡ-Жуныс — «Ир-Тарғын», Е. Брусиловский;
  • Айхон — «Мәйсәрәнең мутлыҡтары», С. Юдаков;
  • Райхана — «Ҡасҡын», Н. Йыһанов;
  • Алтынсәс — «Алтынсәс», Н. Йыһанов;
  • Таңһылыу — «Аҡбуҙат» (1942), Х. Заимов менән А. Спадавеккиа;
  • Ҡарлуғас — «Ҡарлуғас» (1945), Н. Чемберджи.

Композиторҙар Х. Ф. Әхмәтов, Р. Ә. Мортазин, Н. Ғ. Сәбитовтың романстарын һәм йырҙарын, шулай уҡ «Ашҡаҙар», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Һандуғас» һ. б. башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡара.

Уҡыусылары

Б. Вәлиевала Вәкил Йәләлетдинов, Геннадий Родионов, Тәнзилә Үҙәнбаева[5], Алла Гильченко (Билалова), Вадим Тирон, Олег Килмөхәмәтов, Сәлих Сөләймәнов, Флорида Исмәғилева һ. б. уҡыған.

Хәтер

  • 2011 йылдың 19 майында Өфө ҡалаһының К. Маркс урамындағы 32-се йортта РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиеваға мемориаль таҡтаташ асыла[6].
  • 2013 йылдың 29 авгусында Өфөнөң Ленин районы Кооператив биҫтәһендәге урамға исеме бирелә[7].
  • Баныу Вәлиева исемендәге Бөтә Рәсәй вокалистар конкурсы үткәрелә[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә (1955).

Иҫкәрмәләр

  1. O, как могла понять так верно сердца муки... Вечерняя Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  2. Алда Валеева Бану. Бельские просторы (9 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  3. Бану Валеева. Кугарчинская централизованная клубная система. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  4. Байтерякова Д. Н. Валеева Бану Нургалеевна // Театральная энциклопедия / под ред. С. С. Мокульского. — М.: Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1. Архивировано 25 июнь 2017 года.
  5. Бану Валеева. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  6. 19 мая. Вечерняя Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  7. О присвоении наименования улице. Гарант (29 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  8. Положение о проведении II Всероссийского конкурса вокалистов имени Бану Валеевой. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.