Родионов Геннадий Степанович
Геннадий Степанович Родионов (1949 йылдың 14 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет, Рәсәй опера йырсыһы (бас). 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1984) һәм төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты.
Биографияһы
1949 йылдың 14 декабрендә Өфөлә тыуа.
45-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң Геннадий «Гидравлика» заводына эшкә инә. Станокта быраулаусы-иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Вокаль-инструменталь ансамблдә йырлай, «Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ» телетапшырыуында ҡатнаша.
Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм Өфө сәнғәт институты ректоры Заһир Ғариф улы Исмәғилевтең саҡырыуы буйынса училищеның икенсе курсынан институтҡа (хәҙер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) күсә. Институтты 1976 йылда «яңғыҙ йыр» специальносы (РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, профессор Б. Н. Вәлиева класы) буйынса тамамлай.
1976 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында эшләй. Театрҙа ике партияла — А. Бородиндың «Кенәз Игорь» операһында Ҡоншаҡ хан (диплом эше) һәм король Рене (П. Чайковскийҙың «Иоланта» операһы) партияларында дебюты була.
Геннадий Родионов опера репертуарын да, классика һәм эстрада йырҙарынан торған концерт программаларын да башҡара.
Гастролдәре
Г. Родионовтың ил буйлап һәм сит илдәрҙәге гастроль эшмәкәрлеге 1984 йылда Бөтә Рәсәй совет йырын башҡарыусылар конкурсында (Сочи, 1982) еңгәндән һуң башлана. Родионов Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм БАМ-да 1000-дән ашыу концерт бирә. Оҙаҡ йылдар Рәсәй композиторҙары А. Пахмутова, П. Аедоницкий, М. Фрадкин, Е. Крылатов, Е. Птичкин менән хеҙмәттәшлек итә, СССР Дәүләт телерадиоһының А. Петухов етәкселегендәге Эстрада-симфоник оркестры менән эшләй. Бөтә Союз радиоһында һәм Үҙәк телевидениела йырҙар яҙҙыра.
Сит илдәрҙә: Австралия, Австрия, Англия, Аргентина, Бразилия, Венесуэла, Германия, Голландия, Канада, Коста Рика, Куба, Мексика, Таиланд, Финляндия, Чехословакия, Швейцария, Шри-Ланкала гастролдәрҙә була
Германиялағы эшмәкәрлеге
1992—2003 йылдарҙа Родионов контракт буйынса Майнингейн ҡалаһының (Германия) опера театрында эшләй. 2002 йылда Р. Вагнерҙың «Кольцо нибелунгов» тетралогияһында (режиссёр Кристина Милиц), Э. Уэбберҙың «Иисус Христос-суперзвезда» рок-операһында йырлай. Профессиональ музыка баҫмалары Геннадий Родионовта «Вагнер йырсыһын» күрә, был немец театрҙарында иң юғары вокаль аттестация булып тора.
Сит илдәрҙә ул дирижёрҙар Кирилл Петренко (Германия), Стефанос Циалис (Германия), Вольфганг Хокке (Германия), Дюфор (Швейцария), режиссёрҙар Август Эвердинг (Германия), Кристина Милиц (Германия), Ингольф Хун (Германия) менән эшләй.
Өфөгә ҡайтыуы
2003 йылда артист Өфөгә ҡайта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшен дауам итә, репертуарға тиҙ генә инеп китә: "Евгений Онегин"да Гремин, "Иоланта"ла Рене, «Фауст» премьераһында Мефистофель һәм башҡалар.
2024 йылдың декабрендә артист үҙенең 75 йәшен билдәләй. 2025 йылдың 2 мартында театрҙа уның «Души прекрасные порывы» тип аталған юбилей кисәһе үтә[1].
2026 йылға ҡарата башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһының солисы булып эшләй[2].
Операларҙағы ролдәре
- Зарастро (В.-А. Моцарт «Волшебная флейта»),
- Базилио (Дж. Россини «Севильский цирюльник»),
- Мефистофель (Ш. Гуно «Фауст»),
- Вейт Погнер (Р. Вагнер «Нюрнбергские мейстерзингеры»,)
- Герман (Р. Вагнер «Тангейзер»),
- Король Марке (Р. Вагнер «Тристан и Изольда»),
- Фафнер (Р. Вагнер «Золото Рейна»),
- Фафнер (Р. Вагнер «Зигфрид»),
- Хаген (Р. Вагнер «Гибель богов»),
- Хундинг (Р. Вагнер «Валькирия»),
- Филипп, Великий Инквизитор (Дж. Верди «Дон Карлос»),
- Коллен (Дж. Пуччини «Богема»),
- Кайфас (Э. Уэббер «Иисус Христос-суперзвезда»),
- Мельник (А. Даргомыжский «Русалка»),
- Кончак, Галицкий, Ерошка (А. Бородин «Князь Игорь»),
- Пимен, Варлаам (М. Мусоргский «Борис Годунов»),
- Гремин (П. Чайковский «Евгений Онегин»),
- Рене (П. Чайковский «Иоланта»),
- Собакин (Н. Римский-Корсаков «Царская невеста»),
- Царь Салтан (Н. Римский-Корсаков «Сказка о царе Салтане»),
- Сальери (Н. Римский-Корсаков «Моцарт и Сальери»),
- Беня Крик (А. Журбин «Биндюжник и король»).
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- Бөтә Рәсәй совет йырын башҡарыусылары конкурсының I премияһы лауреаты (1982, Сочи);
- «С песней по жизни» Бөтә Союз телевизион конкурсының II премияһы лауреаты һәм тамашасы һөйөүе призы (1984);
- Эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Варадеро-84» халыҡ-ара конкурсының II премияһы лауреаты (1984, Куба);
- Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты (1984, Өфө);
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» (1984);
- «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» (1990);
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» (2010).
Ғаиләһе
- Ҡатыны, ҡатыны Татьяна Николаевна (Германияла балет труппаһының концертмейстеры булып эшләй), ике ҡыҙы, биш ейәне бар[3].
Альбомдары
- Йыр альбомдары
- 2006 — «Пообещайте мне любовь»
- 2015 — «Я хочу, чтобы песни звучали…»
Иҫкәрмәләр
- ↑ Геннадий Родионов: «Лучшим в себе я обязан сцене». Республика Башкортостан (4 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Геннадий Родионов. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Геннадий Родионов: «Я человек не дуэтный ни в жизни, ни в творчестве». mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
Һылтанмалар
- http://www.bashnet.ru/~rampa/2003/02/8.html 2005 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған.
- http://www.gorod-ufa.com/ufa/culture/1823-gennadij-rodionov-predstavit-novuyu-yubilejnuyu.html(недоступная ссылка)
- http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=524 2010 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
- http://www.mkset.ru/news/music/11893/ 2013 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.