30 июнь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Парламентаризм көнө.
- Социаль селтәрҙәр көнө.
- Астероидтар көнө.
Милли
АҠШ: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли ойошмаһы көнө.
- Ҡул ҡыҫышыу көнө.
Конго ДР: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Судан: Революция көнө.
Әзербайжан: Ғашиҡтар көнө көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Иҡтисадсылар көнө.
- Һауа һөжүменән һаҡлаусы радиотехник ғәскәрҙәр көнө.
- Юстиция министрлығы хөкөм башҡарыу системаһының һаҡ хеҙмәте көнө.
Беларусь: Иҡтисадсылар көнө.
Гватемала: Ҡораллы көстәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1856 йыл: Өфө ҡалаһының гербы раҫлана.
- 1931 йыл: Өфө фанера комбинаты эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1931 йыл: Хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ойошторола.
- 1948 йыл: Салауат ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1948 йыл: Хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте эшләй башлай.
- 1962 йыл: «Салауатбыяла» берекмәһе эш башлай.
Был көндә тыуғандар
- Пушкин Лев Анатольевич (1870—19.01.1920), Рәсәй империяһының дәүләт хеҙмәткәре. 1914—1917 йылдарҙа Ырымбур вице-губернаторы. Батша һарайы камергеры.
- Юлдашев Тимербулат Миңлеғәли улы (1915—1989), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылындағы 2-се урта мәктәптең элекке директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаранай ауылынан. Хирург-ғалим һәм йәмәғәтсе Марс Юлдашевтың атаһы.
- Ғисмәтуллина Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы (1936), педагог. 1961 йылдан Көйөргәҙе районы мәктәптәре, шул иҫәптән Мораптал урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
- Дәүләтшин Шамил Хәмзә улы (1961), табип. Яңауыл район үҙәк дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
- Ғәниева Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы (1932), механик-ғалим. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Ҡазан физика-техника институты ғилми хеҙмәткәре, 1969 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан фәнни үҙәгенең Механика һәм машиналар эшләү институтының лаборатория мөдире, 2001 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1986). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
- Ғирфанов Вәдүт Шаһимөхәмәт улы (1937—12.08.1985), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1951 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл маяҡ, 1958—1984 йылдарҙа — Шайморатов исемендәге колхоз механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Рәхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Нагорный Владимир Александрович (1957), инженер-иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2016—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Паршиков Геннадий Петрович (1957), инженер, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Салауат ҡала округының хакимиәт башлығы. 2013 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» берекмәһенең инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры.
- Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы (1962—22.09.2018), театр һәм кино артисы. 1987—2018 йылдарҙа хәҙергеМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993).
- Әхмәҙиев Рафаил Мәүлитйән улы (1962), инженер, юл төҙәтеү-юл һалыу тармағы хеҙмәткәре йәмәғәтсе. «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Асҡын юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Асҡын район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Байғусҡаров Зариф Закир улы (1967), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2005—2016 йылдарҙа Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы. 2016 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VII һәм VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007).
- Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (1923—19.10.1988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры 1985).
- Афанасьев Фома Яковлевич (1928—?), нефтсе. 1953—1983 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығының дизелсы-моторисы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Баҙғыя ауылынан.
тулы исемлек
- Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы (1938—5.12.1999), химик-технолог-ғалим. Техник фәндәр докторы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылынан.
- Әхмәтшина Менәүәрә Хәйбулла ҡыҙы (1938), малсы. 1965—1993 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе УРС-ының «Ағиҙел» совхозы быҙау ҡараусыһы, һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Арлар ауылынан.
- Рәхимҡолов Фирғус Имаметдин улы (1958), баянсы-музыкант, педагог. 1976 йылдан Салауат ҡалаһы Балалар музыка мәктәбенең баян класы буйынса, 1983 йылдан — педагогия училищеһының музыкаға индивидуаль өйрәтеү уҡытыусыһы; 2008 йылдан музыка колледжы концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Антипин Юрий Викторович (1939—6.07.2014), инженер-механик-ғалим. 1962 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). СССР-ҙың юғары мәктәп (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998).
- Абазов Фәнис Фәметдин улы (30.06.1949—29.01.2024), педагог-ғалим. 1973 йылдан Борай районы Борай ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, 1981—2007 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1985 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан — технологик белем биреү кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән Борай ауылынан.
тулы исемлек
- Исмәғилева Зөһрә Салауат ҡыҙы (1964), 1964), еңел сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2008 йылдан «"Ағиҙел" художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Йәһүҙә ауылынан.
- Мостафин Ирек Ғәҙи улы (1964), агроном-ғалим, йәмәғәтсе. 2021 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең «Уфимская» тәжрибә станцияһы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Өсбүлә ауылынан.
- 1470 йыл: Карл VIII, Францияның 1483—1498 йылдарҙағы короле.
- 1685 йыл: Джон Гей, Англия шағиры, драматург.
тулы исемлек
- 1755 йыл: Поль Баррас, Бөйөк француз революцияһы эшмәкәре.
- 1825 йыл: Флоримон Эрве, Франция композиторы, органист, музыкаль театр ойоштороусы.
- 1860 йыл: Владимир Михельсон, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың физик-ғалимы, геофизик, профессор.
- 1895 йыл: Борис Ромашов, СССР драматургы, тәнҡитсе.
- 1925 йыл: Филипп Жакоте, Швейцария шағиры, эссеист һәм тәржемәсе.
- 1930 йыл: Борис Рыцарев, СССР кинорежиссёры, сценарист, фильм-әкиәт жанры оҫтаһы.
- 1935 йыл: Сергей Павлов, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы.
- 1950 йыл: Леонард Уайтинг, Англия актёры, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1960 йыл: Святослав Задерий, СССР һәм Рәсәй музыканты, йырсы, йырҙар авторы, «Алиса» төркөмөн ойоштороусы.
- 1975 йыл: Ральф Шумахер, Германия автоуҙышсыһы, МихаэльШумахерҙың ҡустыһы.
- 1985 йыл: Майкл Фелпс, АҠШ йөҙөүсеһе, спорт тарихында берҙән-бер 23 тапҡыр олимпия, 26 тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
- 1989 йыл: Алихова Анна Епифановна (1902 йылда тыуған), археолог-ғалим, тарих фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр академияһы Археология институтының элекке ғилми хеҙмәткәре;
- 1995 йыл: Георгий Береговой (1921 йылда тыуған), хәрби хеҙмәткәр, генерал-лейтенант. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 12-се лётчик-космонавы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1968);
тулы исемлек
- 2005 йыл: Флүр Яхин (1945 йылда тыуған), башҡорт балалар яҙыусыһы-әкиәтсе;
- 2007 йыл: Әхтәмов Рәмил Мәсхүт улы (1937 йылда тыуған), СССР һәм Рәсәй спортсыһы, тренер. Конькиҙа йүгереү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1962), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987).