Нагорный Владимир Александрович

Нагорный Владимир Александрович (30 июнь 1957 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)[1].

undefined

Биографияһы

Владимир Александрович Нагорный 1957 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуа.

1983 йылда Өфө нефть институтын «Экономика и организация нефтяной и газовой промышленности» һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт юлын Промстрой ғилми-тикшеренеү институтында өлкән техник булып башлай (1978), һуңынан шунда уҡ инженер, бүлек мөдире була.

1986—1991 йылдарҙа КПСС-тың Орджоникидзе район комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, «Башнефтезаводстрой» проект-смета ойошмаһында партком секретары булып эшләй. Һуңынан, 1999 йылға тиклем — «СПК-3» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең бүлек мөдире, иҡтисад буйынса начальник урынбаҫары, иҡтисад буйынса директор урынбаҫары[2].

1999—2004 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район советы рәйесе урынбаҫары, һуңынан бер йыл Өфө ҡала советының бүлек мөдире, секретары була.

2006—2008 йылдарҙа — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сервис предприятиеһы — «Уралторгсервис» производство-сауҙа фирмаһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.

2008—2011 йылдарҙа Өфөнөң Орджоникидзе, Киров райондары хакимиәте башлығы урынбаҫары. һуңынан 2014 йылға тиклем Ленин районы хакимиәте башлығы. Шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Идаралығы начальнигы, һуңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2016—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе булып эшләй[3].

2017 йылда «Салауат Юлаев» хоккей клубының президенты итеп һайлана[4]

2018 йылдан — 6-сы, 2023 йылдан 7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Парламенттың Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе. «Справедливая Россия — Патриоты — за правду» социалистик сәйәси партияһы фракцияһы етәксеһе.

«Справедливая Россия — Патриоты — за правду» социалистик сәйәси партияһының төбәү бүлексәһе Владимир Нагорныйҙың кандидатураһын 2024 йылғы Башҡортостан башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтә[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Атайсал» проектында ҡатнаша[6].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән билдәле өлөш өсөн» почет билдәһе.