Өфө ҡалаһы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Өфө ҡалаһы гербы
Coat of Arms of Ufa.gif
Деталдәр
Раҫланған 12.10.2006
Ҡалҡан французский
Башҡа элементтар куница
ДГР номеры 3000
Гербтың авторы Салауат Ғиләжетдинов

Өфө ҡалаһы гербы рус. Герб УфыӨфө ҡалаһының (Өфө ҡалаһы ҡала округының[1]) рәсми гербы[2][3].

Өфө ҡалаһы ҡала округы советының 2006 йылдың 12 октябрендә 16/4-се ҡарары менән раҫлана. 2010 йылда 2007 йылдың 17 майындағы № 24/19 ҡарарына ярашлы үҙгәртелә[4](: алтын япраҡлы һәм сәтләүекле алтын имән ботаҡтарынан торған венок өҫтәлә, уның араһына ҙур алтын һандар менән «1574» һаны яҙыла[4]).

Герб авторы — Салауат Ғиләжетдинов. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3000-се, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 036-сы итеп теркәлә[5].

Өфө ҡалаһының хәҙерге гербы 1782 йылғы герб нигеҙендә эшләнә[4].

Символиканың тасуирламаһы һәм нигеҙләнеүе

Гербтың геральдика тасуирламаһында (блазон) түбәндәге юлдар яҙылған:

« Көмөш ерлектә йәшел ҡырҙан тәбиғи көрән-ҡуңыр төҫтәге һыуһар йүгерә[6]. »

Үҙәк фигура итеп ирекле рәүештә йүгереп китеп барған тәбиғи көрән-ҡуңыр төҫтәге һыуһар төшөрөлгән. Матур итеп бөгөлгән муйынлы башы һыуһарға ышаныу һәм тынлыҡ тойғоларын өҫтәй. Бөтә ғорур һыны, алтынға ялатылған тиреһе байлыҡты, ғорурлыҡты һәм дәрәжәне сағылдыра. Гербтың көмөш төҫө — өмөт, саф күңеллелек һәм юғары намыҫлылыҡ, йәшел төҫ — муллыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек символы.

Һыуһар

Өфө гербында һыуһар һүрәтләнеүенең тарихи нигеҙе бар. Е. Зябловский «Землеописание Российской империи для всех состояний» китабында: «Һыуһар төрлө ерҙәрҙә йәшәй, әммә Өфө тирәһендә күберәк», — тип яҙа. һыуһар һәм кеш тиреһе борондан Рустә юғары баһалана, һам, рус батшаһы менән килешеү нигеҙендә, башҡорттар яһаҡты һыуһар тиреһе менән түләй.

Рәсми ҡулланыу тәртибе

Гербты ҡулланыу тәртибе Өфө ҡалаһы ҡала округы советының 2006 йылдың 12 октябрендәге 16/4-се ҡарары нигеҙендә көйләнә.

Ҡулланыу тәртибен боҙоуға сара

2010 йылда Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттары символиканы ҡулланыу тәртибе буйынса фекер алыша. Уны дөрөҫ ҡулланмаған өсөн кешеләргә 100—300 һум, ойошма-предприятиеларға 1000—3000 һум күләмендә штраф индерелә[7].

2010 йылда Өфө Главпочтамты сәғәтен ҡаланың элекке гербын ҡулланған өсөн реставрацияға алалар[8].

Тарих

Беренсе герб

XVII быуат урталарында Ҡазан һарайы приказында йүгергән һыуһар һынландырылған Өфө приказ ыҙбаһы мисәте эшләнә. Диаметры 2 сантиметр тирәһе булған 1650 йылдар мисәтенең баҫылған күсермәһе һаҡланған. Унда һыуһар төшөрөлгән, уның аҫтына стилләштерелгән үҫемлек эшләнгән, ә тирәләй «Өфө ҡалаһы гербы» тип яҙылған[2][3]. В описании печатей Батша Алексей Михайлович мисәттәрен тасуирлағанда (яҡынса 1665 йылдар) Өфө мисәте лә иҫкә алына: «...Өфөлә — һыуһар»[9].

Гарнизон полкы байрағы

1728 йылдың июнендә Юғары йәшерен совет байраҡтарҙың яңы өлгөләрен индереү тураһында указ сығара. 1729 йылда рәссам А. Баранов ҡатнашлығында Б. К. Миних етәкселегендә байраҡтар исемлеге төҙөлә. Уға 85 полк һәм лейб-регимент байрағы һүрәте инә.

Ufa COA (1730).gif

1720 йылдар һуңында Герольдмейстер контораһы, герольдмейстер Ф. М. Санти, рәссамдар Н. Чернавский һәм П. Гусятников менән бергә Өфөнөң яңы ике гербын тәҡдим итә. Уның иҫкеһендә һыуһар төшөрәлгән була, ә яңыһында сапҡан ат — «алтын ерлектә йәшел үләндән ат сабып бара»[2].

1730 йылдың 8 мартында Хәрби коллегия Идара итеүсе Сенаттан, Байраҡтар исемлеге өсөн гербтарҙың раҫланыуы, полк байраҡтарын уларға ярашлы эшләргә, тигән хәбәр ала. Өфө гарнизон полкы гербы түбәндәгесә һүрәтләнә[10]:

« Алтын ҡалҡан эсендә ҡыҙыл ерлектәге йәшел фонда күк ат саба »

Һөҙөмтәлә ике герб та раҫлана һәм Өфө бер үк ваҡытта ике гербҡа эйә була[2].

1782 йылғы икенсе герб

Coat of arms of Ufa.gif
Ufa COA (Ufa Governorate) (1782).png

23 декабрь 1781 (3 ғинуар 1782) батшабикә Екатерина II указы менән Өфө наместниклығы булдырыла. Тиҙҙән уның гербы раҫлана, ул Өфө ҡалаһы гербы була:

« Көмөш ерлектәге йәшел фонда тәбиғи (ҡара йәки көрән-һоро) төҫтәге һыуһар йүгерә. »

Был герб Рәсәй тарихында билдәле булған иң беренсе территориаль эмблема була — ул 1577 йылғы Рәсәй составына ингән территорияларҙың билдәләре, атап әйткәндә «Югория мисәте», «Булғар мисәте» урынлашҡан ҙур дәүләт мисәтендә урын ала. XVI быуат терминологияһында Югория ере тип тотош Урал һәм Урал аръяғы, Булғар ере тип Кама алды һәм Иҙелдең урта һул яры, йәғни яҡынса бөгөн Башҡортостан алып торған ерҙәр атала. Булғар мисәтендә ниндәйҙер уртаса ҙурлыҡтарғы йәнлек һүрәтләнһә, Югория мисәтендә — йәүегерп барған һыуһар. Тап ошо мисәттәр нигеҙендә 1782 йылдың 3 (16) июлендә формаль раҫланған Өфө гербы эшләнә[6]. Авторы — ғәмәлдәге статский советник А. А. Волков. Герба тасуирламаһында түбәндәгесә яҙыла:

« Көмөш ерлектә һыуһар йүгерә, сөнки бындай йәнлектәр бында бик күп. »
Coat of Arms of Ufa (1839).gif
Герб Уфы 1839 года.gif

1839 йыл

1839 йылдың 30 декабрендә Өфөнөң Ырымбур губернаһы составына инеүенә бәйле, икенсе герб раҫлана[11]:

« Герб ҡалҡанының өҫкө өлөшөндә - Ырымбур губернаһы гербы. Аҫҡы өлөшөндә - һыуһар йүгерә. »

1874 йылғы герб проекты

Б. В. Кёне үткәргән геральдика реформаһы барышында эшләнә, раҫланмай.

Ufa COA (Ufa Governorate, 1874).png

Көмөш ерлектә һыуһар йүгерә. Ҡалҡан өҫтөндә диуар булып көмөш таж тора, ҡалҡандың тирә-яғын Александр таҫмалары менән бәйләнгән алтын башаҡтар урата

Совет осоро

Революцияға тиклемге Өфө гербы — йүгереп барған һыуһар — Өфөнөң Совет һәм Ленин районы гербтарында һаҡланған[12], хәҙер — Калинин районындыҡында.

Калинин районы гербы

Бөтә Рәсәй геральдика йәмғиәте ағзаһы Илдар Шәйәхмәтов белдереүенсә[13]:

« За советскую историю герб Уфы менялся несколько раз. В 1950-70-е годы вводились индустриально-промышленные штампы. В результате этого были отброшены почти все принципы создания геральдических символов. В последний раз уфимский герб изменил свой облик в 1994 году. Цельный, одноцветный щит превратился в рассеченный на две половинки. Цвет куницы стал белым. По всем характеристикам это уже совершенно иной герб. Он сильно политизирован, так как цвета щита по описанию (голубой и алый) повторяют цвет флага РСФСР. Таким образом, авторы герба хотели подчеркнуть принадлежность города Уфы к группе российских городов. »

1991—2006 йылдар

Coat of Arms of Ufa (1991).png

1991 йылда Өфөнөң яңы гербы эшләнә һәм 14 февралдә ҡала советы депутаттары тарафынан раҫланып, 2006 йылға тиклем ҡулланыла. Авторы — Юрий Мухтарович Еремеев[14][9].

« В щите, рассечённом лазурью и червленью, серебряная бегущая куница. »

Башҡа сығанаҡтар буйынса, постсовет гербы 1994 йылдың 19 октябрендә раҫлана[15].

« Поле щита рассечено на две равные части. Правая — голубого цвета, символизирует красоту природы, окружающую Уфу: воды Агидели, Караидели, Демы, на месте слияния которых основан город. Левая — алая, символ мужества, стойкости города и его жителей на протяжении всей истории. »

Был гербты Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Геральдика советы хупламай, Дәүләт герольдмейстеры Георгий Вилинбахов былай ти:

Старый герб Уфы занимает особое место в сокровищнице российской геральдики и является символом более чем с 400-летней историей. В России лишь 30 городов могут использовать символы столь древние и достойные. К сожалению, в геральдический реестр современный герб Уфы не может быть включен, поскольку не похож на настоящий — исторический, в котором присутствовали серебряное поле, зелёная трава и куница чёрного или натурального (коричнево-бурого) цвета. Геральдический совет при президенте Российской Федерации осознает сложность вопроса замены уже существующего герба на новый и готов оказать любую помощь и поддержку.

— Георгий Вилинбахов[15]

Ҡулланылышы

2008 йыл һуңында Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Туристик-спорт союзы белорет районындағы Өфө тауы башына Өфө гербы төшөрөлгән иҫтәлекле таҡтаташ ҡуя[16][17][18].

Архитектурала

Өфөнөң Крәҫтиән ер банкыһы бинаһы фасандына Өфө гербы һәм сәскә биҙәге һылап эшләнгән[19].

Геральдикала

Өфө гербы, административ үҙәк гербы булараҡ, 1782 йылда Өфө наместниклығы гербында, һуңынан Өфө губернаһы гербында ҡулланыла. Өфө һыуһары Белорет ҡалаһы гербында һүрәтләнгән[20], Мәләүез[21] Сибай, ә элегерәк Бәләбәй, Бөрө[22], Стәрлетамаҡ ҡалаларының тарихи гербтарында була[23].

Russia stamp 2019 № 2460.jpg

Нумизматикала

Өфө генрбы 1999 йылда «Рәсәйҙең архитектура һәйкәлдәре» серияһында сыҡҡан «Дуҫлыҡ монументы, Өфө ҡалаһы» тәңкәһенең реверсында уңда һүрәтләнгән[24].

Филателияла

Өфө гербы 2019 йылда «Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм ҡалалары гербтары» серияһында сыҡҡан «Башҡортостан Республикаһы» почта маркаһы блогында һүрәтләнгән[25].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Городская символика. www.gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.
  2. 1 2 3 4 С. Г. Синенко. Герб Уфы // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  3. 1 2 Р. Н. Рахимов, Г. Т. Хусаинова, И. Г. Шаяхметов. Гербы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. 1 2 3 Городская символика. www.gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.
  5. Городской округ город Уфа Республики Башкортостан
  6. 1 2 Решение о гербе городского округа город Уфа Республики Башкортостан от 12 октября 2006 года № 16/4. www.gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 26 ноябрь 2018 года.
  7. Депутаты Уфы внесли порядок в использование геральдики | новости башинформ.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  8. С уфимского Главпочтамта сняли часы! // KP.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 16 декабрь 2013 года.
  9. 1 2 Герб города Уфа (1991—2006 гг) | Геральдика.ру>. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 22 июль 2019 года.
  10. Фокин А. А. Уфимский гарнизонный полк // Десятые Большаковские чтения. Оренбургский край как историко-культурный феномен : сборник статей международной научно-практической конференции, 12–13 марта 2020 года : в 2 томах / научный редактор С. В. Любичанковский. — Оренбург: Оренбургский государственный педагогический университет, 2020. — Т. 1. — С. 189–191.
  11. Герб Уфы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 24 июль 2019 года.
  12. Герб Уфы. www.heraldicum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 24 июль 2019 года.
  13. А герб и ныне там — Подробности — Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 10 декабрь 2013 года.
  14. Первый постсоветский герб Уфы.
  15. 1 2 Дмитрий Нейланд. Осенний ГЕРБарий. МедиаКорСеть (17 октябрь 2006). Архивировано из оригинала 12 декабрь 2013 года.
  16. На горе Уфа установили герб города // UFA.KP.RU Комсомольская правда в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 11 декабрь 2013 года.
  17. Новости Башкортостана и Уфы: ИА Башинформ.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  18. На горе Уфа теперь есть герб столицы — Новости онлайн — Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2013 года.
  19. Крестьянский поземельный банк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  20. Герб города Белорецк | Геральдика.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  21. Герб города Мелеуз | Геральдика.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  22. Герб города Бирск (1782 г.) | Геральдика.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 29 июнь 2019 года.
  23. Герб города Стерлитамак (1782 г.) | Геральдика.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026. Архивировано 22 июль 2019 года.
  24. Монумент Дружбы, г. Уфа. | Банк России. cbr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  25. Гербы субъектов и городов Российской Федерации. Республика Башкортостан. rusmarka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Ҡалып:Өфө