Стәрлетамаҡ ҡалаһы гербы
Стәрлетамаҡ ҡалаһы гербы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ноябрь 2006 |
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Юрисдикция таралышы | Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы |
![]() |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы гербы 2006 йылдың 1 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советының 1/16з һанлы ҡарары менән раҫлана. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3241, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 068 һаны менән теркәлгән. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр ерлектең аҫҡы өлөшөндәге көмөш һыҙатты дүрт тапҡыр бүлгән зәңгәр тулҡынлы һыҙат өҫтөндә ҡыҙыл суҡышлы өс көмөш ҡаҙ йөҙә.
Нигеҙләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стәрлетамаҡ ҡалаһының бөтә гербтары ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының боронғо гербына нигеҙләнеп эшләнгән.
Стәрлетамаҡ бай тарихлы ҡала, 1766 йылда Стәрле йылғаһы тамағында тоҙ пристанен төҙөү ҡала тарихында — бик мөһим этап була. 15 йыл үтеүгә, әүҙем үҫешкән тораҡ батшабикә Екатерина II указына ярашлы ҡала статусын ала һәм 1782 йылдың 8 (19) июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы гербы раҫлана. Авторы — ғәмәлдәге статский советник А. А. Волков. Хәҙерге гербта өҫкө ерлек юҡҡа сығарылған, сөнки Стәрлетамаҡ Өфө наместниклығына ҡарамай һәм Өфө гербының хәҙерге Стәрлетамаҡ гербында һаҡлап ҡалдырыу хата булыр ине.
Хәҙерге Стәрлетамаҡ — Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаны, социаль-мәҙәни һәм сәнәғәт ҡеүәте буйынса икенсе урынды биләгән ҡала. Ҡала Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгендә Ағиҙел йылғаһының һул ярында, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ҡойған ерҙә урынлашҡан. Шулай уҡ бында Ольховка һәм Һәләүек йылғалары аға. Стәрлетатамаҡ бөтә донъяға билдәле дүрт шиханы (Йөрәктау, Ҡуштау, Шахтау һәм Торатау) арҡаһында ла данлы. Рәсәй империяһының Закондарҙың тулы йыйылмаһында Стәрлетамаҡ гербының ентекле тасуирламаһы бар: «…зәңгәр ерлектә йөҙөп йөрөгән өс көмөш ҡаҙ ошо ҡоштарҙың күплеге билдәһе». 240 йыл дауамында Стәрлетамаҡ гербы — ҡала халҡының ғорурлығы һәм уңышлы үҫешкән ҡаланың абруйы символы.
Гебтың төп фигураһы — өс көмөш ҡаҙ. Уларҙың төҫө Стәрлетамаҡ халҡына хас булған иман, рухлылыҡ, юғары намыҫлылыҡ, сафлыҡ һәм ихласлыҡ төшөнсәләрен кәүҙәләндерә. Зәңгәр төҫ ҡаланың гүзәллеген һәм дәрәжәһен, шулай кешеләрҙең тәбиғәт именлеген һаҡлауға ынтылышын сағылдыра. Алтын төҫө — ҡаһарманлыҡ, саялыҡ, миһырбанлыҡ символдары. Һыуҙың муллығы киң тулҡынланып торған көмөш билбау менән күрһәтелә.
2006 йылдың июль-октябрендәге герб
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советының 2006 йылдың 18 июлендәге 2/13з ҡарары менән раҫлана.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алтын төҫө менән ҡаймаланған аҫҡы зәңгәр ерлектә өс көмөш ҡаҙ йөҙә, өҫкө көмөш ерлектә — тәбиғи төҫтәге һыуһар йүгерә.
Нигеҙләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1766 йылда Ашҡаҙар (һуңынан — Стәрлетамаҡ) тоҙ пристане булдырыла. Ҡала тарихы ошо датанан башлана. Шул уҡ йылдаь уға өс көмөш ҡаҙ һынландырылған герб бирелә. Ҡаланың был беренсе тарихи гербы рәсми раҫланмай.
1781 йылда батшабикә Екатерина II указына ярашлы Өфө наместниклығы ойошторола һәм ул ике — Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән тора. Өфө өлкәһенә өйәҙ ҡалаһы Стәрлетамаҡ инә һәм уға рәсми рәүештә яңы герб бирелә. "Рәсәй империяһы ҡанундарының тулы тупланмаһы"нда Стәрлетамаҡ гербы ентекле һүрәтләнә:«ҡалҡан ике тигеҙ өлөшкә бүленгән: өҫкөһөндә – Өфө ҡалаһы гербы – көмөш ерлектә йүгереп барыусы һыуһар, ә аҫҡыһында – зәңгәр ерлектә йөҙөп йөрөгән өс көмөш ҡаҙ был ҡоштарҙың күплеген күрһәтә».
Был герб 1796 йылға, йәғни Өфө наместниклығы бөтөрөлгәнгә, дөрөҫөрәге — Ырымбур губернаһы тип үҙгәртелгәнгә тиклем ғәмәлдә була. Стәрлетамаҡ оҙаҡ йылдар губернаның өйәҙ ҡалаһы булып тора, уның гербы ла үҙгәрә. 1846 йылғы «Оренбургские губернские ведомости» гәзитендә яңы герб түбәндәгесә тасуирлана:«Стәрле йылғаһын һүрәтләгән зәңгәр һыҙат менән арҡырыға урталайға бүленгән алтын ҡалҡандың өҫкө яғында Рәсәйҙең ике башлы император бөркөтө яртылаш сығып тора, ә аҫҡы өлөшөндә - йөҙөп йөрөүсе өс аҡҡош...».
1865 йылдың 5 майында Стәрлетамаҡ Өфө губернаһының өйәҙ ҡалаһына әүерелә һәм герб ҡабат үҙгәреүгә дусар була. Уның тәүге вариантына кире ҡайтырға ҡарар ителә һәм ул 1917 йылға тиклем һәм совет власы йылдарында ҡулланыла.
Стәрлетамаҡ — өс йылға (Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле) ҡалаһы, был хаҡта ике флаг ерлеген тоташтырған өс тулҡын кәүҙәләндерә.
Алтын (һары) төҫтәге биҙәлештә өс алтын ҡаҙ һәм тәбиғи төҫтәге һыуһар — ғәҙеллек, байлыҡ, һәм экологик яҡтан таҙа тәбиғәтте һаҡлауға ынтылыш символдары.