Мәсетле районы гербы
Мәсетле районы гербы | |
---|---|
Герб | |
![]() | |
Административ-территориаль берәмек | Мәсетле районы |
Нигеҙләү датаһы | 12 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Мәсетле районы |
Мәсетле районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3007, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 053 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район советының 2006 йылдың 12 июлендәге 118-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Рәфис Хәйерзаманов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр ерлектә күккә үрләүсе көмөш ыласын, уны баш осонда көмөш ҡурай тажы. Герб осонда көмөш менән ҡаймаланған, һул яҡтан башлап бер-бер артлы теҙелгән тауҙар. Тауҙар итәгендә тулын булып ике көмөш таҫма һуҙыла.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гербтың үҙәк фигураһы — күккә үрләүсе көмөш ыласын. Әйле башҡорттарының хәҙерге Мәсетле ерендә йәшәгән иң боронғо һәм ҙур ырыуы Ҡошсо, йәғни ҡош менән һунар итеүсе, тип атала. Район халҡының төп өлөшөн ошо ырыу вариаҫтары тәшкил итә һәм гербта ыласын һүрәтләнеүе райондың тарихи үткәнен һәм ата-олатайҙар иҫтәлегенә ихтирамды сағылдыра. Бер үк ваҡытта ыласын геральдикала ҡыйыулыҡ, аҡыл һәм матурлыҡ символы ла булып тора.
Легенда буйынса, борон-борон был крайҙа алпамышалар йәшәгән. Улар тауҙар һәм үҙәндәр буйлап эре-эре аҙымдар менән атлап йөрөгән, йылғаларҙы аша атлап үткән, ҙур ағастарҙы тамыры менән йолҡоп алған. Алпамышаларҙың береһе, Әй йылғаһы буйлап үткәндә итегенә йәбешкән батҡаҡты таҙартҡан һәм ошо урында өс тау барлыҡҡа килгән. Был тауҙар, муйынсаҡ кеүек, йылғаны урап алған. Бәлки, шуға күрәлер, халыҡ ул тауҙарҙы Муйынса тип атап йөрөтә. Район гербында төшөрөлгән өс тау түбәһе һәм көмөш таҫма Муйынсаның өс түбәһен һәм Әй йылғаһын символлаштыра.
Гербтың өҫкө өлөшөндә һүрәтләнгән стилләштерелгән ҡурай сәскәһе районда йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүен, дуҫлығын һәм теләктәшлеген күрһәтә.
Ерлектең зәңгәр төҫөматурлыҡты, дәрәжәне, тоғролоҡто, ышанысты, камиллыҡты, шулай уҡ үҫеште, алға барыуҙы һәм өмөттө сағылдыра.
Көмөш төҫ — иман, ихласлыҡ һәм киң күңеллелек символы.