Ишембай ҡалаһы гербы
Ишембай ҡалаһы гербы | |
Нигеҙләү датаһы | 14 июль 2006 |
---|---|
Дәүләт | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Ишембай ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишембай ҡалаһы гербы 2006 йылдың 14 июлендә Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 10/86 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3239, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 048 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Рафаэль Ҡадиров, Сыңғыҙ Яруллин.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел ерлектә тар ғына баштүбән әйләндерелгән көмөш атлама (Юрматы ырыуы тамғаһы), уның һул яғы ҡалҡандың осона тиклем һуҙылған. Атламаның эсе зәңгәр төҫтә, башы салланған ҡыҙыл тау башында алтын ҡурай тажы һүрәтләнгән. Тау фонында ике йүнәлештә фонтан атыла.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишембай ҡалаһы гербы композицияһы нигеҙенә ҡаланың атамаһы, уның тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре һалынған. Ишембай ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше Ишембай районы территорияһында нефть ятҡылыҡтары асылыуға бәйле. Нефть биргән беренсе скважина ҡала территорияһына тура килә һәм гербта символик рәүештә алтын төҫөндәге фонтан итеп һүрәтләнә.
Ҡаланың Ишембай районы территорияһында булыуы гербта йәшел ҡыр һәм Торатауҙың — үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһының — көмөш һыртлы һыҙат аша бирелә. Баштүбән әйләндерелгән көмөш атлама — хәҙерге Ишембай ҡалаһы урынлашҡан боронғо Юрматы ырыуының стилләштерелгән тамғаһы, бер үк ваҡытта улар Ағиҙел һәм Тәйрүк йылғаларын аңлата.
Алтын төҫ ғәҙеллекте, байлыҡты һәм үҙ аллылыҡты символлаштыра. Йәшел төҫ — муллыҡ, шатлыҡ һәм азатлыҡты, зәңгәре — матурлыҡты һәм дәрәжәне, ҡыҙылы — еңеүҙе һәм мөхәббәтте аңлата.
Тау өҫтөндәге алтын ҡурай боронғо башҡорт ырыуҙары ҡоролтайҙарының Торатауҙа үтеүен күрһәтә.
1999 йылғы герб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишембай ҡалаһының беренсе гербы 1999 йылда Ишембай ҡала советы президиумы тарафынан раҫлана. Конкурста 40-тан ашыу автор ҡатнаша һәм 80 эш тәҡдим итә. Л. Б. Бәхтиевтың проекты ҡабул ителә һәм раҫлана[1][2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Ишембай районы гербы
• Ишембай районы флагы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Живитченко Э. В. Есть у Ишимбая свой герб! // Восход : газета. — Ишимбай, 1999. — 17 августа. — № 96.
- ↑ Кутушев Р. Р., Байков И. Ф. К истории государственной символики Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2011. — С. 54. — 136 с. — 2000 экз. — ISBN 5-295-04334-5.