Миәкә районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Миәкә районы гербы
Герб
Coat of Arms of Miyakinskiy rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Миәкә районы
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 17 июль 2006
Юрисдикция таралышы Миәкә районы

Миәкә районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3003, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 029 һаны менән теркәлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 91-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Урал Мәсәлимов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр фонлы Мең ырыуының алтын тамғаһы төшөрөлгән йәшел осонда алтын күҙле, алтын суҡышлы һәм алтын тәпәйле көмөш ҡарсыға урын алған. Уның ҡанаттары йәйелгән, баш осонда алтын ҡурай төшөрөлгән.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Уларҙың тарихы тәрәнгә барып тоташа. Мең ырыуы риүәйәттәре һәм шәжәрәһе буйынса, улар үҙҙәренең ырыу башлығы тип мең һаҙаҡлы Урҙас бейҙе атайҙар, ҡоштары — ҡарсыға, тамғаһы — ҡоштарҙың парлы ҡабырғаһы. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса иртә урта быуат эпохаһының бронза дәүеренә ҡараған күпселек археологик һәйкәлдәр һәм ҡурғандар ауыҙ-тел ижадын раҫлай. Шуға күрә гербта тарихҡа, ата-олатайҙарға ихтирам йөҙөнән, ҡарсыға һәм мең ырыуының тамғаһы урынлаштырыла.

Көслө, күккә ынтылған ҡош алға барыуҙы, социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм рухи үҫештәге юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе күҙаллаһа, көмөш төҫ ышанысты, сафлыҡты, ихласлыҡты һәм киң күңеллелекте кәүҙәләндерә.

Ете тажлы ҡурай халыҡтарҙың берләшеүенә юл һалған ете ырыуҙы символлаштыра. Шуға күрә был фигуралар гербта урын алған.

Зәңгәр төҫ — Миәкә ерендә дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән ун өс милләт вәкиленең изге уйҙарын символлаштыра.

Райондың тәбиғәте иҫ киткес матур. Урман имән-ҡайын, ҡайын-уҫаҡ һәм уҫаҡ, имән ағаслыҡтарынан һәм имәнлектәрҙән тора. Улар араһындағы асыҡлыҡтарҙа төрлө сәскәләр үҫә. Район территорияһынан ике тиҫтәнән ашыу йылға аға, шуға күрә гербтың сите йәшел.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миәкә районы флагы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]