Ҡариҙел районы гербы
Ҡариҙел районы гербы (рус. Герб Караидельского района) — Ҡариҙел районы флагы менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2987, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 049 һаны менән теркәлгән[1].
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы (рус.)баш. 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән «10-з Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» законына ярашлы булдырыла[2]. Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 87-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Рауил Кашапов.
Тасуирламаһы
Сиктәре зәңгәр булған йәшел ҡыр ҡара һәм көмөш төҫөндәге тулҡындар менән айырылған. Йәшел ҡырҙы осло тештәре аҫҡа ҡарап торған көмөш ҡыр бүлә. Уның уртаһында тура нурлы ҡыҙыл ҡояш, ҡояш эсендә алтын ҡулса урынлашҡан.[3].
Нигеҙләмәһе
Гербтың композицияһы Ҡариҙел районының атамаһына һәм тәбиғәт үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән.
Гербтың үҙәк элементы — утыҙ ике нурлы ҡыҙыл ҡояш. Ул уяныуҙы, таңды, ерҙәге тормош өсөн йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағын кәүҙәләндерә. Ҡояш уртаһындағы алтын балдаҡ — хәрәкәттең өҙлөкһөҙлөгө, үҫеш һәм прогресс символы. Ҡояштағы 32 нур райондың ойошторолоу датаһына (1932 йылдың феврале) ишаралай.
Көмөш тулҡынлы билбау район аша ағып үтеүсе Ҡариҙел йылғаһын, уның таҙалығын һәм сафлығын символлаштыра. Ҡара тулҡындар иһә “Ҡариҙел” атамаһының мәғәнәһен — «ҡара йылға» икәнен күрһәтә, шул уҡ ваҡытта район үҙәге һәм район исеме менән бәйләнеште аса.
Зәңгәр төҫтәге ос йылғаның һыулығын, балыҡҡа байлығын белдерә. Шулай уҡ ул бөйөклөк, уй-ниәттәрҙең сафлығы, рухи камиллыҡҡа ынтылыш, ата-бабалар йолаларына тоғролоҡ һәм халыҡтар араһындағы үҙ-ара ихтирам символы булып тора.
Йәшел төҫ ҡалҡан яланының урманлы-таулы тәбиғәтен һәм халыҡтың урман сәнәғәте менән бәйле эшмәкәрлеген сағылдыра. Шулай уҡ йәшел төҫ — һаулыҡ, тормоштоң мәңгелек яңырыуы, уңдырышлылыҡ һәм тәбиғәт байлығы билдәһе.
Көмөш төҫ асыҡ күк йөҙөн, юғары әхлаҡты, экологик таҙалыҡты, тыныслыҡ һәм ғәҙеллекте аңлата.
Алтын төҫ муллыҡҡа, именлеккә ынтылышты символлаштыра.
Ҡыҙыл төҫ батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ата-бабаларға хөрмәт билдәһе булып тора[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Муниципальный район Караидельский район Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 06 июля 1999 года N 10-з О государственной символике Республики Башкортостан. Электронный фонд правовых документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Герб Караидельского района. Сетевое издание «Геральдика.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.