Әлшәй районы гербы
| Әлшәй районы гербы | |
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Әлшәй районы |
| Нигеҙләү датаһы | 6 июль 2006 |
| Дәүләт | |
| Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
![]() | |
Әлшәй районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2948, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 009 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 6 июлендә Әлшәй районы советының 91-се ҡарары менән раҫлана. Авторҙары — Салауат Ғиләжетдинов менән Данил Искәндәров.
Тасуирламаһы
Йәшел ҡырҙа башҡорт халҡының милли биҙәге булған алтын «ҡусҡарҙар» менән ҡаймаланған асыҡ зәңгәр дисктың аҫҡы яғында алтын имән ботағы төшөрөлгән. Унда алтын ыласын ултыра; гербтың аҫҡы өлөшөндә Мең башҡорт ырыуы тамғаһы урын алған.
Нигеҙләү
Геральдикала уңдырышлылыҡты, муллыҡты, шулай уҡ тыныслыҡты, ҡыуанысты һәм тыныслыҡты аңлатҡан йәшел ерлектә башҡорт милли биҙәге булған алтын төҫөндәге «ҡусҡар» менән уратып алынған асыҡ зәңгәр түңәрәк һүрәтләнә. Түңәрәк (әйләнә) — мәңгелек хәрәкәт билдәһе. Алтын (һары) райондың байлығың, бөйөклөгөн, үҙ аллылығын һәм абруйын символлаштыра. «Ҡусҡар» биҙәге — күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтың һәм райондың иҡтисади именлегендә ҙур урынды ауыл хужалығын алып тороуға ишара булған үлән символы.
Асыҡ зәңгәр төҫ — өмөт, рухиәт һәм әхлаҡ символы.
Имән ботағы, ыласын һәм «көҙән» — район территорияһында йәшәгән Мең ырыуы башҡорттарының символы. Ул ата-олатайҙарға ихтирам, күсәгилешлелек һәм килер быуындарға ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау заурурлығын белдереүсе билдә.
