Дәүләкән ҡалаһы гербы

Дәүләкән ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Дәүләкән ҡалаһы гербы 1997 йылдың 17 апрелендә Дәүләкән ҡала советы Президиумы тарафынан, үткәрелгән конкурс һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Унда Өфө дәүләт нефть техник университеты төҙөлөш факультетының архитектура бүлеге студенттары Алексей Щеколдин менән Рөстәм Хәсиәтуллин еңеп сыға.

Ҡала гербы Рәсәй ҡалалары өсөн традицион булған дүрт мөйөшлө формалағы ҡалҡандан ғибәрәт. Уның өҫкө уң яғына көмөш ерлектән йүгереп барыусы һуҫар — 1782 йылдың 8 июнендә раҫланған Өфө наместниклығы гербы символы һүрәтләнгән. Ҡалҡан ерлеге диагональ буйынса төрлө өлөштәргә бүленгән һәм ул төҫ буйынса айырыла. Көмөш ҡырҙа — бүлеү һыҙаттары, өҫкө һул мөйөштәге зәңгәр төҫ Асылыкүлде символлаштыра. Икенсе зәңгәр төҫ — ярҙарында Дәүләкән ҡалаһы урынлашҡан Дим йылғаһы. Дөйөм алғанда Асылыкүл, Дим йылғаһы ваҡыттың мәңгелек ағыуын һәм ҡала йәмғиәтенең, сәнәғәттең, мәҙәниәттең тыныс үҫеш маҡсатын символлаштыра.

Көмөш төҫ кешеләрҙең ниәттәренең изгелеген, яҡты киләсәккә ынтылышын аңлата. Геральдика ҡанундарына ярашлы, зәңгәр төҫ тыныслыҡ, өмөт, ҡаһарманлыҡ символы булып тора. Ҡалҡандың үҙәк өлөшөндә көмөш фонда төбәктең урындағы халҡының боронғо шөғөлөн күртәһкән ат башы һүрәтләнгән. Ат башы тиҙ үҫеш һәм ижади эшмәкәрлекте, бәхеткә, уңышҡа ыньылышты аңлата.

Көмөш тирмән ҡаланың ике ауылдан барлыҡҡа килеүен, үткәндәр, хәҙерге һәм киләсәк менән бәйләнеште сағылдыра.

Сәнәғәт эшмәкәрлеге күп милләтле халыҡты бер татыу ғаиләгә туплай, улар үҙҙәренең хеҙмәте менән ҙур уңыштарға өлгәшеп, ҡалаға дан килтерә. Ҡалҡандың өҫтөндә өс тешле башня тажы төшөрөлгән, ул халыҡ һанына һәм ҡала статусына тура килә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар