Бәләбәй ҡалаһы гербы
Бәләбәй ҡалаһы гербы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 17 ноябрь 2006 |
Административ-территориаль берәмек | Бәләбәй |
Юрисдикция таралышы | Бәләбәй |
Бәләбәй ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Бәләбәй ҡалаһы гербы 2006 йылдың 17 ноябрендә Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 82-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2958, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 006 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыҙыл ерлектә бер-береһенең өҫтөнә арҡыры һалынған, ҡулсалары алтын менән ялатылған көмөш уҡ-һаҙаҡ төшөрөлгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Герб композицияһының нигеҙендә ятҡан ҡыҙыл ерлектә бер-береһенең өҫтөнә арҡыры һалынған, ҡулсалары алтын менән ялатылған көмөш уҡ-һаҙаҡ — ҡаланың тарихи, мәҙәни, милли үҙенсәлектәрен һәм ҡаланың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Рәсәй дәүләт тарихи архив мәғлүмәттәре буйынса (Ф. 1343. Оп. 15. Д. 238. Л. 15-15 об.), был «бындағы халыҡ иррегуляр кавалерия рәүешендә хәрби хеҙмәткә, бигерәк тә Пруссияға һәм башҡа илдәргә походҡа йәлеп ителә...», шулай уҡ «был ерҙәге халыҡ ошо ҡоралды оҫта ҡуллана белә». Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн 1782 йылдың 8 июнендә Екатерина II Бәләбәй ҡалаһына шәхси герб бирә.
Уҡ-һаҙаҡтың хәҙерге гербта ла урын алыуы ваҡыт бәйләнешен сағылдыра. Ҡаланың ике быуатан ашыу тарихы бәләбәйҙәрҙең үҙ ҡалаһына сикһеҙ һөйөүен, уларҙың ҡаһарман үткәндәр менән ғорурланыуын һөйләй.
1981 йылда ҡаланың «Почет билдәһе» ордены менән наградланыуы Бәләбәй халҡының яу яландарында ла, тыныс хеҙмәттә лә Ватан алдындағы ҡаҙанышын лайыҡлы баһалау булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Бәләбәй районы гербы
• Бәләбәй районы флагы