Бәләбәй районы флагы
Бәләбәй районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 24 ноябрь 2006 |
Юрисдикция таралышы | Бәләбәй районы |
Бәләбәй районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Бәләбәй районының флагы 2006 йылдың 24 ноябрендә Бәләбәй районы муниципаль советының 214-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3201, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 005 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өҫкө яғы флаг иңенең 3/4 өлөшөнә тиң йәшел, аҫҡы яғы ҡыҙыл төҫтәге, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел фонда сабып барған һары яллы, һары ҡойроҡло, һары тояҡлы күк ат һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәләбәй районы флагы райондың райондың тарихи, географик, социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырып эшләнгән герб композицияһы нигеҙендә булдырыла.
Район үҙенең матурлығы һәм тәбиғәт-климат шарттары буйынса үҙенсәлекле булған Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Бөйөк Иҙел йылғаһын һуғарған бик күп йылғалар ошонан башлана. Шуға күрә район символикаһының ерлеге йәшел төҫтә. Ул шулай уҡ муллыҡты, уңдырышлылыҡты һәм тыныслыҡты сағылдыра.
Геральдикала ат образына бик күп ыңғай сифаттар бирелә: арыҫлан батырлығы, бөркөт осҡорлоғо, бүре көсө, болан тиҙлеге, төлкө йылғырлығы. Күк ат тормош һәм яҡтылыҡ символы булып тора, эшһөйәрлекте, ҡаһарманлыҡты, көстө, хәрби фиҙаҡәрлекте һәм данды символлаштыра.
Сапҡан ат райондың өҙлөкһөҙ, динамикалы үҫешен күрһәтә.
Аттар яуҙа ла, тыныс тормошта ла кешегә хеҙмәт иткән. Бәләбәй ере ҡылғанлы далаларға бай. Ҡылған ашаған бейәләрҙең һөтөнән көс һәм сәләмәтлек биргән ҡымыҙ эшләйҙәр. Район әле лә үҙенең ҡымыҙ менән дауалау учреждениелары менән дан тота.
Ҡыҙыл төҫ мөхәббәтте, ҡаһарманлыҡты, ҡыйыулыҡты символлаштыра.