Дыуан районы флагы
Дыуан районы флагы | |
---|---|
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Дыуан районы |
Дыуан районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Дыуан районының флагы 2006 йылдың 30 июнендә Дыуан районы муниципаль советының 069 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3212, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 046 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уртаһында флаг һабына табан сабып барған һары ат төшөрөлгән киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Аттың алдында баш осонда — һары иген башағы һәм башаҡҡа сатраш ятҡан ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элек-электән республиканың йылдам үҫкән эре муниципалитеттарының береһе булған Дыуан районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла.
Төп фигура — ялын елберләтеп сабып барған һары ат, ул теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла еңеүгә әҙерлекте, матурлыҡты, бөйөклөктө, ышаныусанлыҡты һәм сафлыҡты символлаштыра. Шулай уҡ фигура район өсөн йылҡысылыҡтың әһәмиәтле булыуын да күрһәтә.
Уң яҡ өҫкө өлөштә һары ҡурай тажы — дуҫлыҡ символы, уның ете сәскәһе халыҡтар берлегенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә. Һары иген башағы — уңдырышлылыҡ һәм ерҙәрҙең байлығы символы. Ҡурай менән башаҡтың киҫелеше райондың хеҙмәт менән берләшкән күп милләтле халҡының берҙәмлеген күрһәтә.
Зәңгәр фон Дыуан еренең матурлығы һәм бөйөклөгө билдәһе, бер үк ваҡытта үҫеш, алға барыу, өмөт һәм хыялдарҙы аңлата.