Кушнаренко районы флагы
Кушнаренко районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Кушнаренко районының флагы 2006 йылдың 18 июлендә Кушнаренко районы муниципаль советының 124-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3223, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 051 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
1:2:2:1 нисбәтендә дүрт вертикаль: зәңгәр, һары, зәңгәр, һары, зәңгәр һыҙаттарҙан торған, уртаһында күккә талпынған аҡ төҫтәге һабантурғай төшөрөлгән, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.
Нигеҙләү
Кушнаренко районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Уның уртаһында һары ялан өҫтөндә күккә ынтылған аҡ һабантурғай — игенсенең эш һөйөүсәнлеге, яҙ килеүе, тормош тантанаһы символы урын алған.
Зәңгәр төҫ ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел йылғаһын, күп һанлы күлдәрҙе сағылдырһа, бер үк ваҡытта матурлыҡ, дәрәжә, тоғролоҡ, ышаныс, өмөт символы ла булып тора.
Көмөш төҫ кушнарендарҙың иман, сафлыҡ, ихласлыҡ, киң күңеллелеге билдәһе.
Йәшел төҫ — иген баҫыуҙарын, шулай уҡ хеҙмәт менән табылған байлыҡты символлаштыра.