Мишкә районы флагы
Мишкә районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Мишкә районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Мишкә районы муниципаль советының 205-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3227, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 028 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Ҡыҙыл фонда флаг һабына ҡарап аяғүрә торған һары айыу һүрәтләнгән, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Айыу алғы тәпәйҙәрен өҫкә күтәреп, ян-яҡҡа айырылған тәпәйҙәренә арка рәүешендә көмөш ҡушаҡ тотҡан. Ҡушаҡ бер-береһенә ҡаратып, мари биҙәге стилендә эшләнгән һабаҡлы ике ҡыҙыл сәскә менән биҙәлгән.
Нигеҙләү
Мишкә районы флагы район атамаһы, уның тарихи, географик һәм социаль-иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла.
Легенда буйынса, өс быуат элек хәҙерге район үҙәге урынында кеше аяғы баҫмаған урман була, унда хайуандар һәм кейектәр тулып йөрөй, балыҡҡа бай мул һыулы Инәк йылғаһы аға. Тап ошо урынға 1709 йылда күскенселәрҙең: Михаил Иҫәнбаев, Албай Алтыбаев, Урыҫҡай Асильдин ғаиләһе килеп ултыра. Уларҙы урман һәм ер хужаһы айыу ҡаршы ала. Ололар раҫлауынса, тап ошо осрашыу ауылға, һуңынан районға исем биреүгә нигеҙ була. Шуға күрә үҙәк фигураһы — айыу. Айыу — ер хужаһы образы. Айыу ышаныслы, энергиялы итеп һүрәтләнгән һәм тыныс ижади хеҙмәт менән шөғөлләнгән халыҡ символы. Урман хужаһының өҫкә күтәрелгән тәпәйҙәре мишкәләрҙең асыҡлығын, ҡунаҡсыллығын, изге күңеллелеген символлаштыра.
Районда, нигеҙҙә, мариҙар йәшәй. Шуға күрә ҡушаҡта ҡыҙыл төҫ менән мари биҙәге төшөрөлөүе лә юҡҡа түгел. Мариҙарҙа ҡыҙыл төҫ — ут, Ерҙәге барлыҡ тереклеккә йәшәү биргән ҡояш төҫө. Был төҫтөң символикаһы ла «ҡояш» тип аңлатыла, ул — ҡояш, ә уның төҫө — бетеү.
Район халҡы быуындан-быуынға тапшырылған боронғо шөғөлгә — ҡортсолоҡҡа айырым хәстәрлек менән ҡарай. ХIХ быуатта халыҡ яйлап умарта ҡортсолоғона күсә. Әлеге ваҡытта район республикала бал ҡорто ғаиләһе һаны буйынса лидерҙар рәтендә.
Һары төҫ — ихтирам, байлыҡ һәм хеҙмәтсәнде, райондың төп байлығы булған ер эшкәртеүсене кәүҙәләндерә.
Аҡ төҫ — киң күңеллелек, ниәттәрҙең сафлығы, тыныслыҡ һөйөү, халыҡтарҙың хеҙмәттәшлеге.