Әбйәлил районы флагы

Әбйәлил районы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил муниципаль берәмегенең танылыу-хоҡуҡ, район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Флаг 2006 йылдың 12 июлендә раҫланған һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 2945 номеры менән теркәлгән.

Тасуирламаһы

«Киңлеге — 2, оҙонлоғо 3 метр булған тура мөйөшлө туҡыма. Ике горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө өлөшө 5-тән 4 өлөшөн алып тора, аҫҡы аҡ төҫкә бер өлөш тура килә; йәшел һыҙат уртаһында флагтың һабы йүнәлешендә һары күҙле, һары яллы, һары ҡойроҡло, һары тояҡлы күк ат төшөрөлгән»[3].

Флагтың был проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Геральдикка советында раҫлана, әммә Әбйәлил районы муниципаль районы советының 2006 йылдың 12 июлендәге 100-сө «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил муниципаль районы флагы тураһында» ҡарарына ярашлы, флагтың икенсе тасуирламаһы раҫлана:

«Киңлеге — 2, оҙонлоғо 3 метр булған тура мөйөшлө туҡыма. Ике горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө өлөшө 5-тән 4 өлөшөн алып тора, аҫҡы аҡ төҫкә бер өлөш тура килә, уға Әбйәлил районы муниципаль районының гербындағы фигура: һары яллы, һары ҡойроҡло, һары тояҡлы күк ат төшөрөлгән. Туҡыманың бер өлөшөн алып торған аҫҡы һыҙат — зәңгәр төҫтә»[1].

Символиканың нигеҙләмәһе

Әбйәлил районы гербы нигеҙендә эшләнгән флаг, символдар һәм аллегориялар теле менән тарихи, мәҙәни, социаль-иҡтисади, милли һәм урындағы башҡа ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдыра.

Флагтың төп фигураһы — көмөш ат — башҡорт халҡы борон-борондан ихтирам иткән һәм тоғролоҡ, түҙемлелек, аҡыл символы булған сыҙам һәм изге хайуан.

«Әбйәлил» легендаһы буйынса, ҡасандыр атар күл төбөндә йәшәгән. Бер ваҡыт күл эйәһе Әбйәлил исемле егет менән, күлде кем тиҙерәк ат менән йүгереп сығыр, тип бәхәсләшә. Күл эйәһе атты елкәһенә һалып йүгереп китә, ә зирәк егет атҡа атлана ла, күлде тиҙ генә урып сығып, еңеү яулай. Күл эйәһе еңелеүен таный һәм Әбйәлилгә, тапҡырлығы, көсө һәм таһыллығы өсөн ат бүләк итә.

Мөғжизәле арғымаҡты: «Ат түгел, ә байлыҡ: тояғы нәфис, ялы алтын, күкрәге киң, арҡаһы тура, ҡолағы сос, күҙҙәре осҡон, яңағы тар, эйәге осло. матруҙың да матуры — аҡ Толпар!» — тип һүрәтләйҙәр. Шул мәлдән алып, легенда буйынса, Әбйәлил ерендә иң аҫау, иң яҡшы сабыш аттарын үрсетәләр, ә Әбйәлил егеттәре зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән айырылып тора, уларҙың даны алыҫтарға тарала.

Әбйәлил районында Урал тауҙарының бейек һырттары: Ирәндек менән Ҡырҡтытау урынлашҡан. Флагта ул киң йәшел һыҙат булып урынлашҡан. шулай уҡ йәшел төҫ райондың ҙур территорияһын урмандар алып тороуын аңлата. Ҡиммәтле ағас төрҙәре, шул иҫәптән ҡарағас, шулай уҡ Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән реликт үҫемлектәре һаны буйынса район республикала беренсе урында тора.

Аҡ төҫ (көмөш) — ул күк йөҙө һәм һыу төҫө — өмөт, рухиәт, әхлаҡ һәм асыҡлыҡ символы.

Йәшел (зөбәржәт) мулыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, азатлыҡты, тыныслыҡты символлаштыра.


Һары төҫ (алтын) — сәскә атыу, үҙ аллылыҡ һәм крайҙың байлығы.

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә