Баймаҡ районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Баймаҡ районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 18 июль 2006
Юрисдикция таралышы Баймаҡ районы

Баймаҡ районы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ муниципаль районы символы.

Баймаҡ районы флагы 2006 йылдың 18 июлендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 69-сы ҡарары менән раҫлана. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына — 3198, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 010 һаны менән теркәлгән. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған, өс горизонталь һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкө һәм аҫҡы һыҙаттары флаг киңлегенең — 1/4, урта һыҙаты киңлектең 1/2 өлөшөн тәшкил итә. Өҫкө һыҙаты — һары, урта һыҙаты — йәшел, аҫҡы һыҙаты ҡыҙыл төҫтәрҙә. Йәшел һыҙат уртаһында — байраҡ һабы яғына йүнәлгән һәм башын артҡы яҡҡа борған, ялы, ҡойроғо, күҙҙәре һары төҫтәге ат.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флаг Баймаҡ районы гербы нигеҙендә эшләнгән, символдар һәм аллегория теле ярҙамында райондың тарихи, иҡтисади һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдыра.

Баймаҡ еренең һәр ташы, һәр ҡарышы үҙендә башҡорт халҡының төрлө дәүерҙәрҙәге ваҡиғалары тураһында иҫтәлектәр һаҡлай. Был ерҙәр ирекле башҡорт ҡуйған беренсе тирмәне иҫләй. Бында муллыҡ хөкөм һөргән: күҙ алдында мал көрәйгән, ә хозур, бай төбәккә бирелгән байлыҡ кәмемәгән. Бына шулай элекке күсмәндәр бында төпләнгән һәм мәңгегә был ерҙәрҙе үҙ иткән.

Дәүерҙәрҙе һәм быуындарҙы бәйләүсе тарихи хәтер символы булып йәшел төҫтәге тирмә тора — йәшәү, муллыҡ, тыныслыҡ һәм именлек төҫө. Тирмә фонында — алтын тояғы менән ергә һуҡҡан алтын яллы көмөш ат — тоғро юлдашы менән үҙ халҡының, Ватаны азатлығы өсөн яуҙарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирының, халыҡтың киләсәккә ынтылышы, уның ҡеүәтлеге, егәрлеге һәм үҙ бурысыңа тоғролоғоноң символы. Баймаҡ ерендә башҡорт аты тураһында күп кенә халыҡ йырҙары ижад ителгән. Йырҙарҙа көньяҡ башҡортының атҡа ҡарата йылы хистәре тураһында бәйән ителә. Бөгөн дә Урал аръяғының сикһеҙ далаларында сапҡан йылҡы өйөрө күҙ яуын ала. Ҡышҡыһын Ирәндек итәгендә тибенлектә йөрөгән аттар — мөһабәт күренеш.

Башҡорт тирмәһенә ингән урында гел генә ҡымыҙ һауыты, ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлау өсөн ағас сеүәтәләр торған. Бындай һауыт-һаба башҡорттарҙың ҡунаҡсыллылығын күрһәтә. Бөгөн дә бейә һөтөнән эшләнгән баймаҡ ҡымыҙы дан тота. Шифалы көстө уға дала ҡылғаны бирә. Ҡымыҙ туҫтаҡтары халыҡтың дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен, ҡунаҡсыллығын күрһәте, шулай уҡ, һаулыҡ, көс-ғәйрәт, оҙон ғүмер символдары булып тора.

Берҙәм планда башҡорт халҡының өс символын берләштергән тирмә, ат, туҫтаҡтар һәр кеше өсөн төп ҡиммәттәрҙе аңлата: ғаилә, тыуған ер, Ватан.

Ҡурай моңо күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәлтә. Ҡурай аша башҡорт үҙ моң-зарын, уй-хистәрен биргән, батырҙарына дан йырлаған. Туғажман тауы башынан йәйәүле Мәхмүт яңғыратҡан ҡурай ауазы оҙон ғүмерле булды. Баймаҡ рәссамы Миҙхәт Байрамғолов тау башында ҡомартҡы булараҡ ҡурайҙы мәңгеләштерҙе. ЮНЕСКО билдәләүенсә, әлеге һәйкәл донъяла ҡурайға берҙән-бер һәйкәл. Тирмә үрендә ете башҡорт ырыуының берҙәмлек символын сағылдырған ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән.

Тыш яҡтан тирмә «ҡусҡар» милли орнаменты менән биҙәлгән. Ҡусҡар орнаменты — байлыҡты, муллыҡты һәм халыҡтың төп шөғөлө игенселекте билдәләгән символ.

Флагтың алтын яҫылығы — Баймаҡ еренең киң иген баҫыуҙары символы.

Баймаҡ районы гербы