Күгәрсен районы флагы
Күгәрсен районы флагы | |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 14 июль 2006 |
Юрисдикция таралышы | Күгәрсен районы |
Күгәрсен районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күгәрсен районының флагы 2006 йылдың 14 июлендә Күгәрсен районы муниципаль советының 134-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3222, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 025 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күгәрсен районы гербын зәңгәр, һары һәм аҡ төҫтәргә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма..
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күгәрсен районы флагы райондың ижад, үҫеш һәм тыуған ергә хеҙмәт итеү идеяһы һалынып эшләнгән гербы нигеҙендә булдырыла. Төп композицияһы — райондың атамаһы, тәбиғәт шарттары, тарихи һәм иҡтисади үҫеше.
Райондың атамаһы күгәрсен һүҙенән алынған, шуға күрә гербты ла, флагты ла тотошлай тиерлек ошо фигура алып тора. Күгәрсен, бер үк ваҡытта, геральдикала сафлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү символы ла. Уның йәйелгән ҡанаттары һәм уларҙағы ҡусҡар рәүешендәге биҙәк райондың киләсәккә ынтылышын, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙы һәм алға барыуҙы күрһәтә.
Күгәрсендең аҡ төҫө район халҡына хас булған ихласлыҡты, эскерһеҙлекте, зирәклекте һәм хуш күңеллелекте сағылдыра.
Һары ҡарама сыбығы хәҙерге Күгәрсен районы территорияһында Урта быуаттарҙан уҡ йәшәгән ҡыпсаҡ ырыуы атрибуты булып тора һәм район үҫеше тарихының эҙмә-эҙлелеген, быуындар: үткән, хәҙерге, киләсәк бәйләнешен символлаштыра.
Тарихи үткәндәргә, ата-бабаларға һаҡсыл ҡарашты һәм ихтирамды күгәрсен ҡанаттарына төшөрөлгән ҡусҡар биҙәге лә күрһәтә.
Бер үк ваҡытта ҡусҡар биҙәге башҡорт мәҙәниәтендә ер эшкәртеүҙе, район иҡтисадының ауыл хужалығы йүнәлешле булыуын символлаштыра.