Ҡырмыҫҡалы районы флагы
Ҡырмыҫҡалы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Ҡырмыҫҡалы районының флагы 2006 йылдың 30 июнендә Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль советының 7-11 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2989, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 023 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Александр менән Гүзәль Уваровтар.
Тасуирламаһы
Ҡырмыҫҡалы районы гербын зәңгәр, ҡыҙыл, аҡ төҫтәрҙә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.
Нигеҙләү
Ҡырмыҫҡалы районы флагы райондың тарихи, мәҙәни иҡтисади үҙенсәлеген сағылдырған герб нигеҙендә эшләнә. Төп фигура булып осоп барыусы бөркөт — ҡарағош — борондан ошо ерҙәрҙә йәшәгән табын ырыуы башҡорттарының ҡошо — тора. Ҡарағош төрөнә ҡараған ҡош халыҡтың көслө рухын, ирек һөйөүсәнлекте, яңынан-яңы үрҙәр яулауға ынтылышты кәүҙәләндерә. Зәңгәр күккә үрләүсе ғорур ҡош райондың динамикалы үҫешен һәм именлеген сағылдыра.
Ҡыҙыл һәм зәңгәр ерлектә һүрәтләнгән ике тамға ата-олатайҙар иҫтәлеген ихтирам итеүҙе, районда йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡты аңлата.
Ҡыҙыл төҫ — ҡаһарманлыҡ, намыҫ һәм ҡыйыулыҡ, шулай уҡ Ватан өсөн түгелгән ҡанды кәүҙәләндерә, үҙ-ара һөйкөмлөлөк һәм һөйөүҙе белдерә.
Көмөш төҫ — асыҡлыҡ, халыҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү.
Зәңгәр төҫ аныҡлыҡты, изгелекте, ниәттәр сафлығын, яҡты киләсәккә ышанысты, ҡаһарманлыҡты, намыҫ һәм ихласлыҡты аңлата. Зәңгәр ҡырҙың уң яҡ өҫкө мөйөштә урынлашыуы уның өҫтөнлөклө булыуына ишара, сөнки һанап үтелгән сифаттар район халҡының характерына хас.