Саҡмағош районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Саҡмағош районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 28 июнь 2006
Юрисдикция таралышы Саҡмағош районы

Саҡмағош районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Саҡмағош районының флагы 2006 йылдың 28 июнендә Саҡмағош районы муниципаль советының 91-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3233, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 062 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саҡмағош районы гербын зәңгәр, аҡ һәм һары төҫтәрҙә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саҡмағош районы флагы райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлеген иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Ул ер эшкәртеүсене данлай. Крайҙың һоҡланғыс тәбиғәте кешеләрҙе электән Саҡмағош еренә ылыҡтыра, тарихи һәм археологик материалдар раҫлауынса, улар бында борондан йәшәй, малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шуға күрә аҡ һабан төп фигура булып тора һәм игенсенең тынғыһыҙ хеҙмәтен кәүҙәләндерә.

Һабан өҫтөндә аҡ һабантурғай — игенсенең яҙғы хәстәрлектәре символы ҡанаттарын йәйгән. Яҙғыһын, яландарҙа эш ҡайнағанда, күктә күк ҡанатлы һабантурғай йырын һуҙа — туҡ башаҡлы игендәрҙең диңгеҙ кеүек тулҡанланасағын күҙаллап ҡыуана.

Зәңгәр төҫ ниәттәрҙең изге булыуын, тыныслыҡты һәм именлекте, «саҡмағоштар» атамаһы менән бер татыу ғаилә булып берләшкән төрлө милләт халыҡтарының татыулығын сағылдыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы — ысын һабансы һәм сәсеүсе.

Аҡ төҫ — камиллыҡ, киң күңеллелек, сафлыҡ, тыныслыҡ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек символы.

Һары төҫ халыҡтың эшһөйәрлеген, уның оптимизмын һәм юғары ҡаҙаныштарға ынтылышын символлаштыра.

Саҡмағош районы гербы