Балтас районы флагы
Балтас районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Нигеҙендә эшләнгән | Балтас районы гербы |
Юрисдикция таралышы | Балтас районы |
Балтас районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Балтас районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Балтас районы муниципаль советының 10/115 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3200, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 039 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр төҫтәге, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыманың ситтәренән туҡыма оҙонлоғоноң 1/5 өлөш киңлегендәге ҡыҙыл вертикаль һыҙат төшә. Флаг үҙәгендә ҡояшҡа оҡшатып эшләнгән, уртаһы аҡ сәскә, уның аҫтында һары һауыттан елпеүес рәүешендә ете һары башаҡ сыға.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балтас район флагы райондың тарихи, рухи-әхлаҡи, милли һәм башҡа урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм үҙенсәлектәрҙе символлаштырған герб нигеҙендә эшләнгән.
Төп фигура булып ҡояш билдәһе һәм муллыҡты, байлыҡты, шулай уҡ халыҡтың именлеге нигеҙе булып ер эше тороуын күрһәткән башаҡлы һауыт тора. Ете башаҡ Башҡортостан халҡының берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыу берләшмәһен символлаштыра.
Ҡыҙыл төҫ батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, йәшәү көсөн сағылдыра. Ул шулай уҡ райондың бай тарихи үткәнен, балтастарҙың ҡаһарманлығын һәм азатлыҡ яратыуын күрһәтә. Район территорияһында башҡорт халҡының милли батыры, ҡаһарман улы Салауат Юлаевтың хәл иткес алыштары үтә. Балтас ере — 1755 йылғы ихтилалға илһамландырыусы һәм уны ойоштороусы, 18-се быуаттың беренсе яртыһындағы Башҡортостан тураһында трактат авторы Батыршаның (Ғ. Ғәлиев) тыуған төйәге. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла балтастар фронтта һәм тылда ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Уртаһы көмөш төҫөндә булған алтын ҡояш мәңгелекте, тәбиғәттең яҙғы уяныуын һәм тормош тантанаһын күәҙәләндерә. Аҡ (көмөш) төҫ тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы, уйҙарҙың изгелеген белдерә. Алтын — юғары ҡиммәттәр, абруй, байлыҡ, муллыҡ символы. Көмөш — балтастарға хас иман, рухиәт, сафлыҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, затлылыҡ символы.