Өфө ҡалаһы флагы
Өфө ҡалаһы флагы (рус. Флаг Уфы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы символы[2].
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы советы ҡарары менән 2007 йылдың 6 сентябрендә 26/4-сы номер менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 036-сы регистрация номеры менән индерелгән.
Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3243-сө регистраця номеры менән индерелгән.
Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[3].
Тасуирламаһы
Иңенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике горизонталь һыҙаттан тора: 7:10 киңлеге булған туҡыманың өҫкө өлөшө аҡ төҫтә һәм аҫҡы өлөшө — йәшел төҫтә; аҡ һыҙаттың уртаһында — флаг һабына табан югереп барған тәбиғи көрән-һоро төҫтәге һыуһар.
Символиканы нигеҙләү
Флаг ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.
Флаг уртаһында — тәбиғи көрән-һоро төҫтәге һыуһар. Матур итеп бөгөлгән муйынлы башы һыуһарға ышаныу һәм тынлыҡ тойғоларын өҫтәй. Бөтә ғорур һыны, алтынға ялатылған тиреһе байлыҡты, ғорурлыҡты һәм дәрәжәне сағылдыра.
Өфө ҡәлғәһенә 1574 йылда башҡорт ерҙәрен һаҡлау маҡсатында нигеҙ һалына. Бер үк ваҡытта яһаҡ йыйыу өсөн үҙәк пункт булып хеҙмәт итә. Һыуһар һәм кеш тиреләре борондан юғары баһалана. Урыҫ батшаһы Иван Грозный менән килешеү буйынса башҡорттар яһаҡты һыуһар тиреһе менән түләй.
Көмөш (аҡ) төҫ — дин, саф күңеллелек һәм юғары намыҫлылыҡ символы.
Йәшел төҫ — муллыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек символдары.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- [2] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Уфа, стр. 35-36