Учалы ҡалаһы флагы
Учалы ҡалаһы флагы | |
---|---|
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 28 март 2013 |
Юрисдикция таралышы | Учалы |
Учалы ҡалаһы флагы — Башҡортостан Республикаһы Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Учалы ҡалаһы флагы Учалы ҡалаһы гербы нигеҙендә ңшләнә. Ул герб менән бер көндә — 2013 йылдың 28 мартында Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 101-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 8329 һаны менән теркәлә. Авторҙар төркөмө — Зөфәр Ғизетдинов, Әмир Шакиров (идея, учалы), Константин Моченов (геральдик эшкәртеү, Химки), Ольга Салова (рәссам һәм компьютер дизайны, Мәскәү), Вячеслав Мишин (символиканы нигеҙләү, Химки).
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көмөш тар һыҙат менән ҡаймаланған «тешле» зәңгәр ерлек аҫтындағы йәшел фонда башын уңға бороп үргә үрләүсе алтын кеҫәртке һүрәтләнгән. Уның баш осонда алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе урынлашҡан.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Учалы ҡалаһы Башҡортостандың Урал аръяғы зонаһының төньяғында, Урал тауҙарының көнсығыш һырттарында урынлашҡан. Тарих буйынса, Учалы ҡалаһы 1939 йылда бында баҡыр-цинк мәғдәненең бай ятҡылығы асылыуына бәйле. 1955 йылда ошо нигеҙҙә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә, һуңынан ул ҡаланың төп предприятиеһына әүерелә.
Көмөш менән ҡаймаланған «тештәр» Учалы ҡалаһы урынлашҡан Урал тауҙарын һынландыра; ете тажлы ҡурай сәскәһе ҡаланың Башҡортостан Республикаһына ҡарауын аңлата; Башында ҡурай сәскәһе формаһындағы тажы «кейгән» кеҫәртке баҡыр тау хужабикәһен символлаштыра (П. Бажов әҫәрҙәренән), шулай уҡ крайҙың тарихын һәм уның ер аҫты байлыҡтары (баҡыр, алтын, гранит, йәшмә ятҡылыҡтары) тарихын сағылдыра.
Зәңгәр төҫ — юғары ниәттәр, ихласлыҡ, тоғролоҡ, тергеҙелеү, көмөш — өмөт, сафлыҡ, эскерһеҙлек, саф күңеллелек, миһырбанлылыҡ символы.
Йәшел төҫ — тәбиғәт төҫө, яңырыуҙы, сафлыҡты, уңдырышлылыҡты, өмөттө аңлата.
Һары — юғары ҡиммәттәр, дәрәжә, байлыҡ, уңыш символы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Учалы районы гербы
• Учалы районы флагы
• Учалы ҡалаһы гербы