Бөрө ҡалаһы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөрө ҡалаһы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 20 декабрь 2006
Юрисдикция таралышы Бөрө ҡалаһы

Бөрө ҡалаһы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бөрө муниципаль районы Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Бөрө ҡалаһы флагы 2006 йылдың 20 декабрендә Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 18.10 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3100, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 042 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге, ике горизонталь һыҙаттан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкө аҡ өлөшө флаг иңенең 3/4 өлөшөнә тиң, аҫҡы өлөшө йәшел төҫтә. Аҡ ерлектә аҡ түшле, башы, тәпәйҙәре һәм түш аҫты ҡыҙыл төҫтәге ҡара һыу турғайы һүрәтләнә.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрө ҡалаһы флагы ҡаланың тарихи гербына нигеҙләнеп эшләнгән. 1782 йылдың 8 июнендә Екатерина II указы менән герб булдырыла. «Рәсәй империяһының ҡанундар тупланмаһы»на индерелгән рәсми тасуирламаһында түбәндәгесә яҙылған: «Өҫкө яғында Өфө гербы — һуҫар, ә аҫҡы өлөшөндә — зәңгәр ерлектә һыу турғайы һүрәтләнгән, сөнки был һирәк ҡош ҡаланың эргә-тирәһендә бик күп».

Был герб хәҙергәсә йәшәүен дауам итә һәм бер ниндәй тарихи, сәйәси ваҡиғалар ҙа уның тәғәйенләнешенә йоғонто яһамай, яҙмышын үҙгәртмәй.

Һирәк осраған һыу турғайы ҡаланың таҙа саф һыулы йылға-күлдәрендә, шишмәләрендә бик күп. Гербты ул төп символ булараҡ, урындағы халыҡтың эшһөйәрлеген, уйҙарының изге булыуын сағылдыра.

Аҡ төҫ — киң күңеллелек, сафлыҡ, ихласлыҡ, матурлыҡ һәм халыҡтың тыуған еренә тоғролоғо билдәһе. Йәшел төҫ Бөрө еренең уңдырышлылығын, шатлыҡты, азатлыҡ һәм тыныслыҡты һүрәтләй.

Бөрө районы гербы
Бөрө районы флагы
Бөрө ҡалаһы гербы