Кушнаренко районы гербы

Кушнаренко районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2995, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 051 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль район советының 2006 йылдың 18 июлендәге 123-сө ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Зәңгәр (кобальт) төҫөндәге ҡыр рухиәтте, тыныслыҡты һәм сафлыҡты символлаштыра. Алтын төҫ менән бүленгән һәм төҫтәр аралашып килгән гербтың сите тулҡын рәүешендә эшләнгән. Уң яҡтағы зәңгәр төҫлө һыҙатта — алтын иген бөртөктәре, һул яҡтағы алтын һыҙатта зәңгәр төҫтә йөҙөм тәлгәштәре теҙелгән. Гербтың үҙәгендә күккә талпынған һабантурғай урын алған.

Нигеҙләмәһе

Гербтың үҙәгендә алтын ялан өҫтөндә күккә ынтылған көмөш һабантурғай — игенсенең эш һөйөүсәнлеге, яҙ килеүе, тормош тантанаһы символы урын алған.

Ҡалҡандың уң яғында иген бөртөктәре һүрәтләнгән, улар райондың ауыл хужалығы районы булыуын һәм уның иҡтисадында игенселектең өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын аңлата. Шулай уҡ алтын бөртөктәр бәрәкәтте, күп милләтле халыҡтың дуҫлығын символлаштыра.

Һул яҡҡа төшөрөлгән йөҙөм тәлгәштәре районда республикала беренсе булып йөҙөмдөң районлаштырылған сорттары сығарылыуын һәм хәҙерге ваҡытта йөҙөм үҫтереү үҫеш алғанын аңлата.

Зәңгәр төҫтәге тулҡынлы һыҙаттар — ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел йылғаһының, күп һанлы күлдәрҙең, бер үк ваҡытта матурлыҡ, дәрәжә, тоғролоҡ, ышаныс, өмөт символы ла булып тора.

Көмөш төҫ кушнарендарҙың иман, сафлыҡ, ихласлыҡ, киң күңеллелеге билдәһе.

Ҡалҡандың йәәшел төҫө — иген баҫыуҙарын, шулай уҡ хеҙмәт менән табылған байлыҡты символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә