Фёдоровка районы гербы

Фёдоровка районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3021, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 060 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 113-сө ҡарары менән раҫлана. Авторы — Илдар Йәһүҙин, Глеб Голубев.

Тасуирламаһы

Йәшел ҡырлы гербтың зәңгәр осонда өс көмөш балыҡ һүрәтләнгән. Йәшел ҡырҙың төп фигураһы — атлап барыусы көмөш мышы. Уның баш осонда көмөш менән башҡорттарҙың Тәлтем, Тәтегәс, Ҡармыш ырыуы тамғаһы урынлашҡан.

Нигеҙләмәһе

Гербтың төп фигураһы — мышы, сөнки крайҙа улар бик күп һәм район тәбиғәтенең иң эре вәкилдәре булып тора. Геральдикала мышы азатлыҡты, дәрәжәне, алға барырға, ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға әҙерлекте символлаштыра.

Көмөш төҫ край халҡына хас булған киң күңеллелекте, иманды, сафлыҡты, ихласлыҡты, саф күңеллелекте сағылдыра.

Район территорияһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән 42 төр ҡырағай һирәк дарыу үләне, 17 төр бөжәк, ҡош һәм хайуан булған дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан. Райондың тәбиғәт байлыҡтары тураһында гербтың төп йәшел төҫө — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тынлыҡ һәм тыныслыҡ символы һөйләй.

Юрматы башҡорттарының өс: тәлтем, тәтегәс, ҡармыш ырыуы тамғалары территорияның ошо ырыуҙарҙың аҫаба ерҙәре булыуын күрһәтә. Уларҙың вариҫтары бөгөн дә райондың күп милләтле халҡы менән бергә йәшәй һәм эшләй.

Гербтың зәңгәр төҫлө осонда өс көмөш балыҡ райондың һыуға һәм балыҡҡа бай булыуы билдәһе. Зәңгәр төҫ шулай уҡ матурлыҡты, тоғролоҡто, ышанысты, камиллыҡты, алға барыуҙы күрһәтә, райондан баш алған Ашҡаҙар, Дим, Һалмыш йылғаларын һүрәтләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә