Архангел районы гербы

Архангел районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2950, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 001 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район советының 2006 йылдың 13 июлендәге 138-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Айрат Усманов.

Тасуирламаһы

Архангел районы гербының композицияһына нигеҙ итеп тәбиғи-географик үҙенсәлек кенә түгел, ә халыҡ араһында йәшәгән, крайҙың боронғо тарихын һүрәтләгән легенда ла һалына:

« Иң тәүҙә был ерҙәргә уйыл яры буйынан Ҡумрыҡ килеп ултыра. Уның Табанай исемле улы тыуа. Малай үҫеп өйләнә, уның туғыҙ өлы тыуа һәм Инйәр буйы ауылдарына нигеҙ һала. Тәүгеһе Абыҙгилде була. Ул төп йорттайәшәй, атаһының эшен дауам итә. Уны ғәҙеллеге һәм аҡыллы булыуы өсөн ихтирам итәләр. Абыҙгилде оҙайлы ғүмер кисерә, вафат булғас, уны ҡәҙерләп ерләйҙәр һәм ҡәберенә имән ултырталар. Был ағас әле лә тәбиғәттең һирәк ҡомартҡыһы булып үҫә. Абыҙгилде йәшәгән ауылды Абҙан тип йөрөтә башлайҙар. »

Гербта легенданың йөкмәткеһе аллегорик рәүештә һүрәтләнә. Үҙәк фигура булып ныҡлы тамырланған ҡеүәтле имән ағасы тора. Уның туғыҙ сәтләүеге туғыҙ ауылды һынландыра. Шул уҡ ваҡытта имән — райондың көс-ҡеүәтен, ныҡлығын сағылдыра.

Ағастың һәм сәтләүектәрҙең алтын төҫөндә булыуы — ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, баҫалҡылыҡ, шулай уҡ байлыҡты һәм үҙ аллылыҡты белдерә.

Тәбиғәттең байлығы һәм матурлығы гербта йәшел төҫтә күрһәтелгән. Ул бер үк ваҡытта муллыҡты, уңдырышлылыҡты, азатлыҡты, тыныслыҡты ла символлаштыра.

Көмөш (аҡ) төҫ — районда йәшәгән халыҡтың иманлылығы, ниәттәре сафлығы, ихласлығы, саф күңеллелеге һәм фиҙаҡәрлеге билдәһе.

Тема буйынса өҫтәмә