Стәрлебаш районы гербы
Стәрлебаш районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Стәрлебаш районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Стәрлебаш районы |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Стәрлебаш районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3012, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 054 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 9-3 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр ерлектә асыҡ көмөш китап һүрәтләнгән, уның биттәрендә зәңгәр төҫ менән Юрматы ырыуы тамғалары икешәрләп төшөрөлгән; китаптың өҫтөндә гербтың алтын осонан үҫеп сыҡҡан оҙон һабаҡлы алтын башаҡ төшөрөлгән.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гербтың төп фоны — ҡуйы зәңгәр. Был төҫ матурлыҡты, дәрәжәне, тоғролоҡто, ышанысты, шулай уҡ үҫеште һәм алға барыуҙы символлаштыра. Ошо фонда асыҡ китап урын алған, ул Стәрлебашта билдәле мәҙрәсә булыуын күрһәтә. Унда XVIII—XIX быуаттарҙың төрлө милләттән булған билдәле шәхестәре — рухи эшмәкәрҙәр, әҙәбиәтселәр, ғалим-мәғрифәтселәр, уҡытыусылар белем алған. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлаусылар араһында Мифтахетдин Аҡмулла — башҡорттарҙы белем алыуға саҡырған шағир, философ, мәғрифәтсе — ла бар.
Зәңгәр ҡырҙа элек-электән ошо ерҙәрҙә йәшәгән Юрматы, Тамъян, Бөрйән ырыуҙарының тамғалары төшөрөлгән асыҡ көмөш китап. Гербта тамғаларҙың урын алыуы үткәндәргә ихтирам билдәһе генә түгел, ә тарихи тамырҙарға, традицион ғөрөф-ғәҙәттәргә, тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлауға һаҡсыл ҡараш символы ла. Гербтың алтын осонан үҫеп сығып, китап уртаһында һүрәтләнгән алтын башаҡ халыҡтың йәшәү көсөн, хеҙмәт менән булдырылған именлеген сағылдыра.
Гербтың осондағы алтын төҫ — райондың алтын яландары символы.