Балтас районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Балтас районы гербы
Герб
Coat of Arms of Baltachevo rayon (Bashkortostan).png
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Балтас районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Балтас районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2956, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 039 һаны менән теркәлгән.

2006 йылдың 17 июлендә Баҡалы районы советының 10/114 һанлы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көмөш тулҡынлы һыҙаттар менән ҡаймаланған зәңгәр киңлектә алтын һауыттан елпеүес рәүешендә ете алтын башаҡ сыға, уларҙың өҫтөндә уртаһы көмөш төҫөндә булған алтын тажлы, ҡояшҡа оҡшатып эшләнгән сәскә урын алған.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб Балтас районының тарихи, рухи-әхлаҡи, милли һәм башҡа урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм үҙенсәлектәрҙе символлаштыра.

Төп фигура булып ҡояш билдәһе һәм муллыҡты, байлыҡты, шулай уҡ халыҡтың именлеге нигеҙе булып ер эше тороуын күрһәткән башаҡлы һауыт тора. Ете башаҡ Башҡортостан халҡының берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыу берләшмәһен символлаштыра.

Ҡыҙыл төҫ батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, йәшәү көсөн сағылдыра. Ул шулай уҡ райондың бай тарихи үткәнен, балтастарҙың ҡаһарманлығын һәм азатлыҡ яратыуын күрһәтә. Район территорияһында башҡорт халҡының милли батыры, ҡаһарман улы Салауат Юлаевтың хәл иткес алыштары үтә. Балтас ере — 1755 йылғы ихтилалға илһамландырыусы һәм уны ойоштороусы, 18-се быуаттың беренсе яртыһындағы Башҡортостан тураһында трактат авторы Батыршаның (Ғ. Ғәлиев) тыуған төйәге. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла балтастар фронтта һәм тылда ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Уртаһы көмөш төҫөндә булған алтын ҡояш мәңгелекте, тәбиғәттең яҙғы уяныуын һәм тормош тантанаһын күәҙәләндерә. Аҡ (көмөш) төҫ тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы, уйҙарҙың изгелеген белдерә. Алтын — юғары ҡиммәттәр, абруй, байлыҡ, муллыҡ символы. Көмөш — балтастарға хас иман, рухиәт, сафлыҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, затлылыҡ символы.