Стәрлетамаҡ районы гербы
Стәрлетамаҡ районы гербы | |
---|---|
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ районы |
Нигеҙләү датаһы | 10 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Стәрлетамаҡ районы |
Стәрлетамаҡ районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3014, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 034 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район советының 2006 йылдың 10 июлендәге 7/з-78 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Айрат Усманов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тулҡынлы көмөш һыҙат менән ҡаймаланған зәңгәр осло йәшел киңлектә елпеүес рәүешендә һалынған ете алтын башаҡ урынлашҡан.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стәрлетамаҡ районы тарихы бәшәнәк-башҡорт ырыу-ҡәбилә төркөмдәренән баш ала. XIII быуат уртаһында был территорияларҙа башҡорт ырыуҙары формалаша, уларҙың береһе булған Юрматы ырыуы вариҫтары әле лә районда йәшәй. Атай-олатайҙар арыш һәм һоло, арпа һәм тары үҫтерә, яландарҙа күп һанлы йылҡы өйөрә һәм эре мал көтөлә. Шуға күрә гербтың төп фоны — йәшел — тормошто, уңдырышлылыҡты, именлекте, муллыҡты символлаштыра.
Үҙәк урынды елпеүес рәүешендәге ете алтын башаҡ биләй. Башаҡтар өҫкә ҡарап тора һәм ҡояш нурҙарын хәтерләтә. Был райондың электән республикала иген үҫтереү буйынса алдынғы булыуын, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүен һәм динамикалы үҫешеүен аңлата.
Ете алтын башаҡ, ҡурайҙың ете тажы кеүек, республикала йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы символлаштыра.
Көмөш төҫ район территорияһынан аҡҡан, алтын башаҡтарға йәшәү көсө биргән тулы һыулы йылғаларҙы кәүҙәләндерә.
Көмөш — ихласлыҡ, киң күңеллелек, сафлыҡ, иман, тыныслыҡ символы, шулай уҡ ул Юрматы башҡорттарында киң ҡулланыла.
Алтын — юғары ҡиммәттәр, байлыҡ, дәрәжә, даимилыҡ, ныҡлыҡ, көс, киң күңеллелек символы.
Ҡалҡандың осо зәңгәр төҫтә — намыҫ, тоғролоҡ, маҡсатҡа ынтылыш, ихласлыҡ, изгелек символы.