Әбйәлил районы гербы
Әбйәлил районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2944, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 008 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 12 июлендә Әбйәлил районы советының 99 һанлы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Ситтәре йәшел төҫ менән тулҡынлатып ҡаймаланған көмөш (аҡ) ҡырҙа өс түбәле тау тора; ошо фонда алтын (һары) күҙле, һары яллы, һары ҡойроҡло һәм һары тояҡлы көмөш ат төшөрөлгән.
Нигеҙләү
Гербта төп урынды башҡорт халҡы борон-борондан ихтирам иткән һәм тоғролоҡ, түҙемлелек, аҡыл символы булған сыҙам һәм изге хайуан — ат алып тора.
«Әбйәлил» легендаһы буйынса, ҡасандыр аттар күл төбөндә йәшәгән. Бер ваҡыт күл эйәһе Әбйәлил исемле егет менән, күлде кем тиҙерәк ат менән йүгереп сығыр, тип бәхәсләшә. Күл эйәһе атты елкәһенә һалып йүгереп китә, ә зирәк егет атҡа атлана ла, күлде тиҙ генә урып сығып, еңеү яулай. Күл эйәһе еңелеүен таный һәм Әбйәлилгә, тапҡырлығы, көсө һәм таһыллығы өсөн ат бүләк итә.
Мөғжизәле арғымаҡты: «Ат түгел, ә байлыҡ: тояғы нәфис, ялы алтын, күкрәге киң, арҡаһы тура, ҡолағы сос, күҙҙәре осҡон, яңағы тар, эйәге осло. матруҙың да матуры — аҡ Толпар!» — тип һүрәтләйҙәр. Шул мәлдән алып, легенда буйынса, Әбйәлил ерендә иң аҫау, иң яҡшы сабыш аттарын үрсетәләр, ә Әбйәлил егеттәре зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән айырылып тора, уларҙың даны алыҫтарға тарала.
Әбйәлил районында Урал тауҙарының бейек һырттары: Ирәндек менән Ҡырҡтытау урынлашҡан. шулай уҡ ул күл-йылғаларға, ялан-ҡырҙарға бай. Тауҙарҙың йәшел фонына алтын төҫөндәге вертикаль пунктир һыҙаттар төшөрөлгән. Улар крайҙың урманға, ҡаҙылма байлыҡтарға бай булыуын күрһәтә. Райондың иң билдәле күле — Яҡтыкүл гербта ла урын алған.
Аҡ төҫ (көмөш) — ул күк йөҙө һәм һыу төҫө — өмөт, рухиәт, әхлаҡ һәм асыҡлыҡ символы.
Йәшел (зөбәржәт) мулыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, азатлыҡты, тыныслыҡты символлаштыра, шулай уҡ райондың һур территорияһын урмандар алып тороуға ишара. Ҡиммәтле ағас төрҙәре, шул иҫәптән ҡарағас, шулай уҡ Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән реликт үҫемлектәре һаны буйынса район республикала беренсе урында тора.
Һары төҫ (алтын) — сәскә атыу, үҙ аллылыҡ һәм крайҙың байлығы.