Туймазы ҡалаһы гербы
Туймазы ҡалаһы гербы | |
---|---|
Герб | |
![]() | |
Административ-территориаль берәмек | Туймазы |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Туймазы |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Туймазы ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туймазы ҡалаһы гербы район гербын бермә-бер ҡабатлай. Туймазы районы гербы 2006 йылдың 13 июлендә Туймазы районы муниципаль районы Советының 133-сө ҡарары менән раҫлана. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына — 3017, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 056 һаны менән теркәлгән. Авторҙары — Салауат Ғиләжетдинов, Рузилә Имамова.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гербта күк ерлектә һабағында ике яҡлап өс япрағы булған алтын төҫөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ул ике яҡтан һәм аҫтан өс рәтле бойҙай башаҡтары менән уратыған. Гербтың аҫҡы осонда — тулҡынлы ҡара тау, уның өҫтөндә көмөш төҫөндә өс тулҡын һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәңгәр — тыныс күк йөҙөнөң төҫө, Туймазы районы кешелеренә хас булған ихласлыҡты, оптимизмды һәм әүҙем тормош позицияларын сағылдыра.
Өс рәт итеп һалынған бойҙай башаҡтарынан барлыҡҡа килгән алтын ярым түңәрәк Туймазы районы еренең уңдырышлылығын, быуындан-быуынға күскән игенселектең бай традицияларын, унда йәшәгән кешеләрҙең эшһөйрәлеген, именлеген, муллылығын һәм йомартлығын сағылдыра.
Башаҡтарҙан яһалған ярым түңәрәктең эсендә урынлашҡан алтын сәскәле ҡурай район территорияһында йәшәгән күп милләтле халыҡтарҙың дуҫлығын һәм берҙәмлеген, тыныс башланғыстарҙы, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа һәм үҫеш үрҙәренә ынтылышты символлаштыра.
Зәңгәр төҫ менән сиратлашҡан өс көмөш тулҡынлы дуғаға оҡшаш һыҙыҡтар Туймазы районының төп иҫтәлекле урынын, Башҡортостандың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы — гәлсәр таҙа һыулы һәм хайуандар донъяһы бай булған гүзәл Ҡандракүл күлен сағылдыра. Күлдең яр буйҙары район һәм республиканың балалары һәм ололарының ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны булып тора.
Герб нигеҙенең осонда стилләштерелгән нефть («ҡара алтын») фонтаны «урғыла», ул Туймазы районы еренең ҡаҙылма байлыҡтарға бай булыуын сағылдыра.
1992 йылғы герб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туймазы ҡалаһының 1992 йылғы гербы Халыҡ депутаттарының ҡала советы тарафынан 8 октябрҙә раҫлана. А. Сафонов эшләгән символикала төп урынды стилләштерелгән фонтан һәм тешле тәгәрмәс алып тора[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Туймазы районы гербы
• Туймазы районы флагы