Баҡалы районы гербы
Баҡалы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2955, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 002 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 17 июлендә Баҡалы районы советының 107-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Йәшел фонда башҡорт милли биҙәге стилендәге шәмдәлгә өс башаҡ ҡуйылған, уларҙың урталағыһы тура, ике яҡ ситтәгеһе ситкә ҡарап тора.
Нигеҙләү
Гербта райондың тарихи, социаль-иҡтисади һәм башҡа үҙенсәлектәре сағылыш тапҡан. муниципалитеттың төп байлығы — ер. Йылъяҙмаларға ярашлы, алыҫ XVII быуатта ул ҡырғыҙ, бүләр һәм башҡа волость башҡорттарыныҡы булған. Уларҙың ерҙәрҙе әүҙем үҙләштереүе һөҙөмтәһендә тәүҙә бында Баҡалы ҡәлғәһе, һуңынан хәҙерге Баҡалы районы барлыҡҡа килә.
Гербтың төп фигураһы булып алтын шәмдәлдәге алтын башаҡтар тора. Улар районда төп эшмәкәрлектең ауыл хужалығын етештереү, ер эшкәртеү булыуын аңлата. Композиция тотошлай районда күп милләтле, эш һөйөүсән, ижади хеҙмәт менән берләшкән халыҡ йәшәүен күрһәтә.
Райондың рельефы — тигеҙһеҙ, убалы, уның өстән бер өлөшөн ҡайын, ылыҫ, имән урмандары алып тора.
Сөн һәм Ыҡ йылғаларынан башҡа 100 самаһы шишмә, 18 яһалма быуа бар. Район территорияһында нефть, ҡырсынташ, балсыҡ, избизбаш ятҡылыҡтары бар.
Гербтағы йәшел төҫ — муллыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, азатлыҡты, һиллек һәм тыныслыҡты, алтын (һары) төҫ ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, баҫалҡылыҡ, шулай уҡ байлыҡ, шәрәфлелек һәм үҙ аллылыҡты символлаштыра.